Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы — версиялар араһындағы айырма

күренеште төҙәтеү
Нет описания правки
(күренеште төҙәтеү)
 
 
== Тарихы ==
Республика милли китапханаһынаң тарихы [[1836 йыл]]да [[Өфө]]лә [[Ырымбур губернаһы]] дворяндары йыйылышы эргәһендә асылған тәүге йәмәғәт китапханаһынан башлана. 1921 йылдың 9 июнендә фондында 17 мең 600-гә яҡын китап булған ''[[БАССР]] Үҙәк фәнни китапханаһы'' асыла, 1925 йылдан ул ''БАССР-ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы'' тип атала башлай. 1933 йылда уға ''Үҙәк мосолман китапханаһы'', ә 1936 йылда ''[[Максим Горький|М. Горький]] исемендәге үҙәк китапхана'' ҡушыла һәм ул «БАССР республика китапханаһы» тип атала башлай.
 
1960 йылдан китапханаға Надежда Крупская исеме бирелә.
1992 йылдан китап йортоноң рәсми атамаһы «Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһы» итеп үҙгәртелә һәм уға [[Әхмәтзәки Вәлиди]] исеме бирелә.
 
2021 йылдың 21 апрелендә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Библиотека в культурном пространстве региона: традиции и инновации» тигән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Ул китапхананың 185 йыллығына арналды. Был сарала офлайн һәм онлайн формала Рәсәй, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандың милли китапхана етәкселәре, Ҡырым, Татарстан, МариЭл, Мордовия, Сыуаш Республикалары, Пенза, Силәбе, Брянск, Ырымбур өлкәләре һәм Ямал-Ненец автономиялы округының милли, өлкә һәм төбәк китапханалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары һәм академик учреждениелар ғалимдары ҡатнашты. Конференцияла 21 доклад тыңланды, 40-тан артыҡ мәҡәлә сара маиериалдары йыйынтығында баҫып сығарыуға ҡабул ителде<ref>[https://www.bashinform.ru/news/1585420-v-ufe-k-185-letiyu-natsionalnoy-biblioteki-proveli-mezhdunarodnuyu-konferentsiyu/ В Уфе к 185-летию Национальной библиотеки провели Международную конференцию. ИА «Башинформ», 22 апреля 2021 года]{{ref-ru}}{{V|22|04|2021}}</ref>.
 
== Бөгөнгөһө ==
 
2004 йылдан [[Рәсәй]] дәүләт китапханаһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған ''«Милли электрон китапхана» проектында'' алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы иҫәбендә Башҡортостандың Милли китапханаһы ла ҡатнаша. Был эш барышында Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына ҡарауға «Милли электрон китапхана» мәғлүмәт системаһын үҫтереү тураһында закон проекты тәҡдим итте. Был ресурс һәр кемгә [[урыҫ теле]]ндәге нәфис һәм ғилми әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/788825/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь]</ref>.
 
 
== Әҙәбиәт ==
* Гайсина Р. Х., Маннанов М.  А.  Храм сокровищ: Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан: ист. очерк. Уфа, 1996; Роль и место Национальной библиотеки в социокультурном пространстве: материалы Международной научно‑практической конференции. Уфа, 2012.
* {{книга |автор = Синенко С. Г.|часть = |заглавие = Уфа старая и новая|оригинал = |ссылка = |ответственный = |издание = |место = Уфа|издательство = Государственное республиканское издательство «Башкортостан»|год = 2007|том = |страницы = |страниц = 272|серия = |isbn = |тираж = 3000}}{{ref-ru}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ|87942}}{{V|22|04|2021}}
* [http://www.bashnl.ru Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың рәсми сайты]{{ref-ru}}
 
90 384

үҙгәртеү