Банан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
71 юл:
Плантация үҫеше ваҡытында сүп үләндәренә ҡаршы көрәш өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла: мәҫәлән, гербицидтар ҡулланыу, ҡоро банан япрактары менән мульчировкалау (тамырҙар һалыу), хәтта ҡайһы сүп үләндәрен бик теләп ашаусы ҡаҙҙарҙы ҡулланыу. Әгәр тупраҡ уңдырышлы булмаһа, уға әүҙем ашлама индерәләр; өҫтәмә туҡландырыу өсөн ҡулланылған минераль матдәләрҙең составы һәр тәғәйен осраҡҡа бәйле — ул азот, калий йәки фосфор булыуы мөмкин.
 
ҮҫемлекҮҫемлектәр емеш бирә башлаһа, уларҙы мотлаҡ ағас йәки бамбук һайғауҙары менән терәтәләр, ә емештәрҙе яҡшыраҡ һаҡлау өсөн иҫке ҡоро япраҡтар, брезент, муҡса йәки пластик менән ҡаплайҙар. Емештәре 75 процентҡа ғына өлгөргән осраҡта, уларҙы йәшел килеш ҡырҡып алалар - бындай хәлдә улар еңел күсерелә һәм оҙағыраҡ һаҡлана. Банан үҙенең тауарлылығын юғалтмаһын өсөн, уны лимон һуты менән эшкәртәләр йәки углекислоталы минераль һыуға манып алалар<ref name="Barrons">{{cite web|url=http://www.answers.com/topic/banana?cat=health|title=Food Lover’s Companion information about banana|publisher=Barron’s Educational Series, Inc.|accessdate=2012-11-10|archiveurl=https://www.webcitation.org/6C3lwbWtb?url=http://www.answers.com/topic/banana?cat=health|archivedate=2012-11-10}}</ref>. Ғәҙәттә, бер үк үҫемлек 5-6 йыл дауамында үҫтерелә, һуңынан уның уңдырышлылығы һиҙелерлек кәмей; ғәҙәти шарттарҙа банандар 25 йыл һәм унан да күберәк дауамында емеш бирә<ref name="Morton"/>.
 
Рәсәйҙә банан Сочи янында үҫә, ләкин емештәре аҙыҡҡа яраҡлылыҡ хәленә тиклем өлгөрмәй, сөнки ҡышын температура нулдән түбән була, ә өлгөрөү осоро бик оҙон. Үҫемлек ҡыш көнө күп осраҡта һәләк була, ә йылы көндәр етеү менән яңынан тергеҙелә. Банандың ҡайһы бер төрҙәре иң элек декоратив үҫемлектәр булараҡ үҫтерелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Банан» битенән алынған