Банан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
63 юл:
[[Файл:Banana plantation.jpg|thumb|right|300px|{{center|Банан плантацияһы}}]]
Банан туҡланыу продукты булараҡ тропиктарҙа — яҡынса 30° т. к.һәм 30° к. к. араһында<ref name="Morton"/>, диңгеҙ кимәленән 2000 м тиклем бейеклектә үҫтерелә. Үҫемлектәрҙең үҫеүе өсөн иң уңайлы шарттар булып көндөҙ 26-35 һәм төнөн 22-28 градуслыҡ температуралар иҫәпләнә<ref>{{cite web|url=http://texasriviera.com/banana/index.html|title=Musa "Banana"|author=Meiser, G.Gaelen|publisher=texasriviera.com|accessdate=2012-11-10|archiveurl=https://www.webcitation.org/6C3iLMSTo?url=http://texasriviera.com/banana/index.html|archivedate=2012-11-10}}</ref>. 16 градустан түбән булғанда үҫеш һиҙелерлек әкренәйә, ә 10 градуста бөтөнләй туҡтай. «Раджапури» кеүек һирәк сорттар ғына 0 градус самаһы түбән температураға сыҙай ала. Үҫемлектәр үҫкән диңгеҙ кимәленән бейеклек киңлеккә бәйле — ғәҙәттә ул 920 м артмай, хәйер, Гавай утрауы Мауиҙа улар 1000 м тиклем, ә [[Яңы Гвинея]]ла диңгеҙ кимәленән 2000 м тиклем бейеклектә үҫә<ref name="Agroforestry" />. Был емеш-еләктәрҙе үҫтереү өсөн шулай уҡ билдәле дымлылыҡ режимы ла ҙур әһәмиәткә эйә - ҡоролоҡ миҙгеле йылына 3 айҙан артмаҫҡа, ә яуым-төшөмдөң уртаса нормаһы айына 100 миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Шуға күрә сүллек климаты шарттары банан үҫтереү өсөн яраҡлы түгел<ref name="Morton"/>.
 
[[Файл:Bananen tanzania.jpg|thumb|left|250px|{{center|Транспортировка плодов}}]]
Бер аҙ һыуытҡан осраҡта банан плантацияларын йылытырға тырышалар - уларҙы һыу менән батыралар йәки төтөн менән төтәҫләйҙәр. Күп культуралар көслө елгә бирешә - тәрән булмаған тамыр системаһы үҫемлекте урынында тотоп ҡала алмай, һәм юлаҡсалар буйлап өҙөлгән япраҡтар ғына уға баҫымды кәметә. Сәнәғәт масштабында үҫтереү өсөн яҡшы дренажланған, әсе тупраҡ талап ителә. Минераль матдәләргә бай булмаған тупраҡта, һәйбәт ҡараған осраҡта, үҫемлектәр үҫә, әммә был осраҡта уларҙы культивациялау иҡтисади яҡтан отошһоҙ булыуы ихтимал. Емештең уңышы йыл һайын гектарынан 400 центнерға тиклем етеүе мөмкин<ref name="Agroforestry"/>.
 
Емеш тулыһынса өлгөрөү осоро, ултыртыуҙан башлап, ғәҙәттә - 10-12 ай, ә ҡайһы бер сорттар өсөн 17-19 ай ваҡытты ала. Плантацияларға йылға үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәрҙе, шулай уҡ убаларҙың тигеҙлек участкаларын һәм битләүҙәрен һайлайҙар. Әгәр ер эрозияға дусар булмаһа, ултыртыр алдынан яҡшы һөрөлә. Башлыса вегетатив юл, һирәгерәк орлоҡтар ярҙамында үрсей. Ғәҙәттә, ағас ултыртыу ямғыр алдынан йәки миҙгел башында үткәрелә - был осраҡта үҫентеләр кәрәкле дым күләмен ала.Ултыртылған ағастарҙың тығыҙлығы киң сиктәрҙә айырыла һәм күп факторҙарға бәйле, мәҫәлән, ҡуйыраҡ ултыртҡанда елгә ҡаршы тороу һәләте яҡшыра, әммә ауырыуҙарға бирешеүсәнлек арта.Дөйөм алғанда, бер гектарҙа 600-ҙән 4400-гә тиклем үҫемлек һыйҙырышлы булыуы ихтимал<ref name="Morton"/>.
 
Плантация үҫеше ваҡытында сүп үләндәренә ҡаршы көрәш өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла: мәҫәлән, гербицидтар ҡулланыу, ҡоро банан япрактары менән мульчировкалау (тамырҙар һалыу), хәтта ҡайһы сүп үләндәрен бик теләп ашаусы ҡаҙҙарҙы ҡулланыу. Әгәр тупраҡ уңдырышлы булмаһа, уға әүҙем ашлама индерәләр; өҫтәмә туҡландырыу өсөн ҡулланылған минераль матдәләрҙең составы һәр тәғәйен осраҡҡа бәйле — ул азот, калий йәки фосфор булыуы мөмкин.
 
== Аҙыҡ ҡиммәте ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Банан» битенән алынған