Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңы мәғлүмәт
31 юл:
* Вәхит туған, Яңы йыл менән! Былтырғы йыл үтеү менән Википедияла һинең «бала сағың да» үткәндер ул... Мәҡәләләрҙең стиленән башлап тышҡы күренешенә лә ирҙәрсә иғтибар итергә ваҡыттыр ул... Ниңә һинең артыңдан башҡалар төҙәтеп ултырырға тейеш һуң?! Мәҡәлә яҙып ҡуйыу әллә ни ҙур күрһәткес түгел, уны кеше уҡырлыҡ хәлгә лә еткерергә кәрәк. Стәрлетамаҡ булһа ла - һин бит филфак, матфак, биофак бөтөүселәр араһында дәрәжә төшөрөп ултырма! Шунан, «Бәйләнешкә сыҡһаң ине: электрон почта 4039624@mail.ru» тип 2020 йылдың мартында уҡ яҙғайным..., әле телефонды өҫтәйем: 917 403 9624 - [[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]])
Рәхмәт, иҫкәртеүегеҙгә. Минең ватсап 89273398726. Бәйләнешкә сыҡһағыҙ, һөйләп аңлатырһығыҙ. Белә тороп хаталы эшләргә йыйынмайым.
 
== Иғтибарлы булһағыҙ ине ==
* Быға тиклем яҙылған, үҙегеҙҙең төҙәтелгән мәҡәләләрегеҙҙе ҡараһағыҙ ине. Теге ваҡыт кинәйәле яҙған барып етмәне, шуға ла туранан-тура:
мәҡәләнең преамбулаһы һеҙ яҙғанса бармай (башҡа мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ). Шунан: датала көн-ай һәм йыл араһында өтөр ҡуйырға ниндәй ҡағиҙә өйрәтә һуң? Көн-ай-йыл — өс кимәл төшөнсәләре. Ҡабул итеүгә еңел булһын өсөн тыуыу-үлем датаһын шулай алырға килешелгән. Преамбулаға һылтанмалар ҡуйыу бигүк матур түгел, мәҫәлән, Шәриповтың кандидат икәнен аҫтағыраҡ текста ла һылтанма менән күрһәтергә була, ә докторҙың кандидатлығы преамбулала бөтөнләй кәрәкмәй. Шәхестең Хеҙмәт юлы уның Биография эсенә инмәйме ни ул? «Наградалары» тигәнде күптән ҡулланмайбыҙ, башҡа мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ. Тағы ла: Википедия мәҡәләһе —гәзит-журнал мәҡәләһе түгел, энциклопедик стиль тигән төшөнсәне БЭ-ла күрергә була. Шәриповтың Ғаиләһе бүлегендәге кеүек (башҡа урындарҙа ла тулып ята) гәзит мәҡәләһен һүҙмә-һүҙ күсереү бер ҙә маҡталмай. Тавтология, башҡа хаталарҙы филологҡа төртөп күрһәтеү хатта уңайһыҙ. Мәҡәләр "штамповать" итеүҙең (Бөрйәндең арҙаҡлы шәхестәре хаҡында булһа ла) кәрәге юҡ, бөгөн беҙҙә был маҡсат беренсе урында түгел, хәҙер сифатты уйларға кәрәк. Алдағы мәҡәләгеҙҙә төҙәтелгән хаталарҙы яңыһында тағы ҡабатлайығыҙ.. Бына ошоно ҡарап сыҡһағыҙ ине: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F:%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F_%D0%BD%D0%B8%D0%BC%D3%99_%D1%82%D2%AF%D0%B3%D0%B5%D0%BB
Һеҙ яҙғанды төҙәтеп ултырырға бер кемдең дә ваҡыты юҡ. --[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 13:11, 19 ғинуар 2022 (UTC)