22 ғинуар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
22 юл:
* [[Гайслер Зоя Павловна]] (1930), биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1963—1992 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы «Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы|«“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре» производство берекмәһе]] рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған рәссамы (1977).
* [[Илфаҡ Смаҡов]] (1940—27.05.1993), йырсы (лирик баритон). [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
* [[Абрамчук Владимир Павлович]] (1945—19.04.2019), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан 30-сы төҙөлөш идаралығының баш инженеры, 1988 йылдан — начальнигы. 1996 йылдан [[Межгорье (ҡала)|Межгорье]] ҡала Советы депутаты, 2009—2016 йылдарҙа ҡала Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының I—IIIберенсе—өсөнсө саҡырылыш [[Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1989), [[Почёт ордены (Рәсәй)|Почёт]] (2000) һәм [[«Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены|«Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн»]] (2015) ордендары кавалеры. Сығышы менән [[Новосибирск]] ҡалаһынан.
* [[Коваленко Анатолий Николаевич]] (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1983 йылдан [[Стәрлетамаҡ районы]]ның «Чайка» хужалығы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2005), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2004). Сығышы менән ошо райондың [[Дергачевка]] ауылынан.
* [[Йәнекәев Фәрит Усман улы]] (1960), ғалим-инженер-физик. 2004 йылдан [[Өфө дәүләт нефть техник университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — хисаплау техникаһы һәм инженерлыҡ кибернетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге [[Ҡырғыҙ Республикаһы]]ның Ош өлкәһе Өзгөн ҡалаһынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/22_ғинуар» битенән алынған