Эҫем заводы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
86 юл:
1915 йылда заводта 16, 2 метр бейеклектәге Шотландия системаһынан үҙләштерелгән кирбес {{comment|обмуровка|пар ҡаҙандары, мейестәр һәм башҡаларҙың утҡа сыҙам йөҙлөклө}}лы 1 домна эшләй. Икенсе домна ағас күмере етешмәүе арҡаһында буш тора. Домнаның етештереүсәнлеге тәүлегенә 2,2 мең бот суйын тәшкил иткән. Билдәләп үтергә кәрәк, ҡойоу корпусында 600 бот суйынлыҡ сағылдырыусы мейес һәм сәғәтенә 200 бот суйын етештереүсәнлеккә эйә вагранка булған. Шулай уҡ завод составында ағас эше оҫтаханаһы, тимерлек, тире эшкәртеү цехы һәм айына 300-гә тиклем хәрби йөк арбаһы сығарған ауыл хужалығы машиналары фабрикаһы эшләгән. Домна производствоһында 107 кеше, ауыл хужалығы машиналары фабрикаһында 395 кеше хеҙмәт иткән{{Sfn|Хохолев|2001|c=432}}.
 
1917 йылдың майында яғыулыҡ етмәү сәбәпле домна мейесе туҡтатыла. Домна туҡтағандан һуң Эҫем заводы домен һәм мартен мейестәрен йыһазландырыу өсөн {{comment|изложницы|суйын ҡойоу һауыттары|изложницы}} етештергән. 1917 йылдың 9 декабрендә завод национализациялана{{Sfn|Хохолев|2001|c=432}}{{Sfn|Гудков, Гудкова|1985|с=174}}<ref name = "ЭБЭ" />.
 
Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң завод тулыһынса ауыл хужалығы машиналары һәм инвентарҙары етештереүгә күсә<ref name = "Кулбахтин" />{{Sfn|Алексеев, Гаврилов|2008|с=570}}. Предприятие эшләгән осоронда бөтәһе 47,79 миллион бот суйын етештергән{{Sfn|Хохолев|2001|c=432}}.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Эҫем_заводы» битенән алынған