Эҫем заводы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл:
1770 йылда заводта 3 сүкеү фабрикаһы, якорь тимерлеге һәм ярҙамсы оҫтаханалар эшләй. 1771 йылда крица тимере етештереү өсөн 4-се сүкеш фабрикаһы һәм түбә тимере табаҡтарын етештереү өсөн 16 сүкеш менән ике фабрика төҙөлгән. 1770-1773 йылдарҙа заводта ике домна мейесе төҙөлә. Крәҫтиәндәр һуғышы башланыу арҡаһында төҙөлөш тамамланмай. Һуғыш алдынан заводта 905 ир-ат эшләй, һуңынан улар баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1774 йылдың 23 майында заводты [[Салауат Юлаев]] ғәскәрҙәре баҫып ала<ref name="Рундквист, Задорина">{{Книга:Урал: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия |часть=Сим |ссылка часть =http://quist.pro/books/ural_17.s.11.php |с=404}}</ref>. Эҫем заводы һуғыш йылдарында ярайһы ныҡ зыян күрә һәм 1777 йылдың сентябренә тиклем эшләмәй. 247 завод крәҫтиәне һәләк булған{{Sfn|Гудков, Гудкова|1985|с=159—162}}. 1775-1778 йылдарҙа 2 домна, 2 крица фабрикаһы, якорь фабрикаһы һәм тимерлек тергеҙелгән. Беренсе домна 1777 йылдың 9 сентябрендә эшләй башлай. Икенсе мейес бер нисә йыл запаста ҡалды, һуңынан даими режимда эшләй башланы{{Sfn|Хохолев|2001|c=430}}.
 
1780 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1785) завод И. С. Мясниковтың{{Sfn|Неклюдов|2013|c=49}}.|group="Прим"}}өлкән ҡыҙы Ирина Ивановна Бекетованың милкенә күсә {{s|И. С. Мясникова}} [[Бекетова, Ирина Ивановна|Ирины Ивановны Бекетовой]]{{Sfn|Павленко|1962|с=242}}. Завод Баҡал ятҡылығының мәғдәненән файҙаланған. 1784 йылдан Эҫем заводының байтаҡ өлөшө 1782 йылда эшләй башлаған Минйәр (Эҫем) заводына эшкәртеүгә оҙатылды, был иһә Эҫем заводының үҙенең сикке ҡеүәттәрен кәметеүгә килтерҙе<ref name="ПГО">{{Книга:Россия. Полное географическое описание нашего отечества|том=5|с=472—473}}</ref><ref name = "ЭБЭ" />. 1797 йылда завод составында 2 домна, 2 сүкеш һәм 1 якорь фабрикаһы эшләгән. Уртаса йыллыҡ етештереүсәнлек 1775—1800 йылдарҙа 136,4 мең бот суйын тәшкил иткән. Эҫем һәм Минйәр заводтары ҡарамағында 2478 крепостной мастеровой һәм эшсе кеше, ғәмәлдәге 3 тимер руднигы (шул иҫәптән Тяжёлый һәм Успенский) була. 1806 йылда 100 бот мәғдәндән 50 бот суйын алына{{Sfn|Хохолев|2001|c=431}}.
 
=== XIX быуат ===
59 юл:
| 1845 || 362,4 || 84,2 || 1917 || 294,2 || —
|}
1809 йылда И. И. Бекетованың ҡыҙы {{s|И. И. Бекетовой}} Бекетова Елена Петровна, Эҫем заводын бирнә итеп алып, А. Д. Балашовҡа {{s|[[Балашов, Александр Дмитриевич|А. Д. Балашова]]}} кейәүгә сыға. 1820—1840 йылдарҙа завод мираҫ буйынса бер нисә тапҡыр мираҫ буйынса Е. П. Балашованың {{s|Е. П. Балашовой}} тоҡомдарына күсә. 1845 йылда завод ағалы-ҡустылы Иван Петрович һәм Николай Петрович Балашовтарҙың милкенә әүерелә{{Sfn|Неклюдов|2013|c=49—50}}. XIX быуаттың тәүге яртыһында крица сүкештәренең һаны 14-кә еткән, суйын ҡойоу өсөн вагранка барлыҡҡа килгән. Завод һауыт-һаба, суйын рәшәткәләр, колонналар, плиталар һәм башҡа изделиелар етештерә башлаған. Был осорҙа урман дачаһының майҙаны 230 мең дисәтинә булған, ундағы ағастарҙың йыл һайын 1/150-һе ҡырҡылған{{Sfn|Хохолев|2001|c=431}}{{Sfn|Гудков, Гудкова|1985|с=154—155}}.
 
1842 йылда домна мейестәренең бейеклеге колошниктың өҫкө сигенә тиклем 12,1 м, распар (домна мейесенең бер өлөшө) киңлеге — 3,2 м, колошникта — 2,1 м була. Һыу тәгәрмәстәренән хәрәкәткә килеүсе (привод) 2 һауа өрҙөрөүсе машина һауа өрҙөргән. Домналар йылына 7-8 ай эшләне. Иретелгән суйындың күпселек өлөшө тимергә эшкәртелгән, бер аҙ өлөшө суйын ҡойолмаһы рәүешендә һатылған. Эҫем заводы тимеренең күпселек өлөшө һыу юлы менән Түбәнге Новгородҡа һатыуға оҙатылған{{Sfn|Хохолев|2001|c=431}}.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Эҫем_заводы» битенән алынған