Банан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
[[Файл:Kurukshetra.jpg|thumb|right|300px|Банандарҙың тәүге яҙма атамалары Һиндостандың «Махабхарата» йылъяҙмаларында телгә алына]]
Был үҫемлек тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәр беҙгә Һиндостандың Ригведа мәҙәниәте ҡомартҡыһында (б.э.т. XVII—XI бб.) килеп еткән — ул ваҡытҡа банандар диңгеҙҙә йөҙөүселәр ярҙамында Һиндостан субконтинентында интродукцияланған булғандыр, моғайын. Был сығанаҡта банандар манго һәм крыжовник менән бер рәттән ашарға яраҡлы үҫемлек тип аталған<ref name="Pillay">{{книга|автор=Pillay, Michael (Editor); Tenkouano, Abdou (Editor)|заглавие=Banana Breeding: Progress and Challenges|издательство=CRC Press|год=2011|pages=24—26|allpages=383|isbn=1439800170}}</ref>. Үҫемлек б.э. тиклем XIV быуатта барлыҡҡа килгән боронғо һинд Махабхарат һәм [[Рамаяна]]<ref>{{книга|автор=Buck, William|заглавие=Ramayana|издательство=Motilal Banarsidass|год=2000|pages=88|allpages=432|isbn=8120817206}}</ref> эпостарында күп тапҡыр телгә алына<ref>{{книга|автор=Buck, William|заглавие=Mahabharata|издательство=Motilal Banarsidass|год=2000|pages=159|allpages=430|isbn=8120817192}}</ref><ref>{{книга|автор=Uberoi, Meera |заглавие=Mahabharata |издательство=Ratna Sagar |год=1996 |pages=422 |allpages=472 |isbn=8170702313}}</ref>. Атап әйткәндә, Рамаян йыйынтығындағы Аранья-канда китабында, батша ғаиләһе ағзалары банан япраҡтары сүстәренән туҡылған кейем кейгән, тиелә<ref name="Pillay" />. Цейлонда табылған һәм б.э. тиклем V—VI быуаттарға ҡараған пали телендәге Будда ҡанунында монахтарға байрам көндәрендә банандарҙан әҙерләнгән эсемлек эсергә рөхсәт ителгән, тип яҙылған<ref>{{книга|автор=Thurlow, Clifford|заглавие=The Amazingly Simple Banana Diet|издательство=Alma House|год=1995|страниц=96|pages=7|isbn=1899830006}}</ref>. Банан тураһында һинд яҙма сығанағы булмаған беренсе яҙма б.э. тиклем IV быуатта йәшәгән боронғо грек философы Теофрастың «Үҫемлектәр тарихы" һанала. Был эштә философ үҫемлектәрҙе системалы һүрәтләргә тәүге тапҡыр ынтылыш яһай, шунлыҡтан уны «ботаника»ға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләйҙәр<ref>{{книга|автор=Reynolds, Philip Keep|заглавие=Earliest Evidence of Banana Culture|издательство=American Oriental Society|год=1951|pages=9|allpages=28}}</ref>. Ҡытай Лян династияһы ваҡытында йәшәгән ҡытай тактигы һәм яҙыусыһы [[Ян Фу]] ({{lang-zh|楊阜}}), ([[502 год|502]]—[[557 год|557]] йй.), үҙенең «Энциклопедия диковинок» хеҙмәтендә тәүге тапҡыр был илдә банан үҫтереү тураһында телгә ала<ref name="Pillay" /><ref name="Heldstab">{{книга|автор=Heldstab, Celeste Rayne |заглавие=The Kitchen Grimoire |год=2002 |том=4 |pages=195 |allpages=600 |isbn=097747223X}}</ref>. Рим яҙыусыһы Өлкән Плиний «Тәбиғи тарихта» (77 йәш) Александр Македонскийҙың б. э. т. 327 йылда Һиндостанға сәфәре ваҡытында был емеште тәмләп ҡарауы һәм хатта үҙе менән Европаға алып инеүе хаҡында хәтергә төшөрә<ref name="Heldstab" />. Әгәр быға тиклем көнбайыш донъяла банан өсөн аныҡ билдәләр билдәләнмәһә (гректар һәм римдар уның хаҡында «иҫ киткес һинд ағасы» тип һөйләй), Өлкән Плинийҙа ул беренсе тапҡыр «пала» булараҡ телгә алына. («''pala''»). Был атама әле һаман малаялам һәм пали (пали: kadaliphala) телдәрендә һаҡланған<ref>{{книга|автор=Roche, Julian |заглавие=The International Banana Trade |издательство=Woodhead Publishing Limited |год=1998 |pages=27 |allpages=271 |isbn=1855734052}}</ref>.
 
Банандар шулай уҡ Көньяҡ Америкала европалылар килгәнгә тиклем билдәле булған, тип уйлай ҡайһы бер ғалимдар. Раҫлауҙар банан япраҡтарының ҡалдыҡтарын Перу индеецтар ҡәберлегендә табылыуы менән нигеҙләнә. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәр, Әҙәм менән Һауаны ожмахта һынаусы «ожмах емеше» тип атағанда, тап бананды күҙ уңында тотҡан<ref>{{cite web|url=https://news.harvard.edu/gazette/story/2007/11/taxonomist-carl-linnaeus-on-show-at-hmnh/|title=Taxonomist Carl Linnaeus on show at HMNH|author=Gewertz, Ken|date=2007-11-01|publisher=[[Гарвардский университет]]|accessdate=2012-11-10|archiveurl=https://www.webcitation.org/6C3hmqhSl?url=https://news.harvard.edu/gazette/story/2007/11/taxonomist-carl-linnaeus-on-show-at-hmnh/|archivedate=2012-11-10}}</ref><ref>{{cite web|url=http://www.linnaeus.uu.se/online/life/6_3.html|title=Linnaeus grows bananas and comes up with a "modern" thermometer|publisher=Uppsala Universitet, Sweden|accessdate=2012-11-10|archiveurl=https://www.webcitation.org/6C3htXFa3?url=http://www.linnaeus.uu.se/online/life/6_3.html|archivedate=2012-11-10}}</ref>. Был һүҙҙәр бәхәсле, сөнки боронғо мысырҙар ҙа, боронғо йәһүдтәр ҙә банан тураһында бер нәмә лә белмәгән.
 
== Аҙыҡ ҡиммәте ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Банан» битенән алынған