Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы''' ([[24 сентябрь]] [[1931 йыл]]  — [[23 август]] [[2016 йыл]]) — [[ауыл хужалығы]] эшмәкәре. 1961 йылдан [[Салауат районы]]ның XXI партсъезд исемендәге колхозы рәйесе, 1979—1982 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] ордендары кавалеры.
 
== Биографияһы ==
7 юл:
[[1947 йыл]]да [[Торналы]] ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
 
[[1950 йыл]]да Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлеген отличие менән тамамлай. Йүнәлтмә менән [[Әбйәлил районы]]на эшкә ебәрелә<ref>''На земле Салавата'' — Муфлиханов Акшур Суфуатович - —  69, 27 сентября 2016 года </ref>.
 
[[Совет Армияһы]]нда хеҙмәт иткәндән һуң, лейтенант званиеһында тыуған ауылына ҡайта. Салауат районының Сталин исемендәге колхозында агроном булып эш башлай. Төп һөнәре буйынса эшләү менән бер рәттән ВЛКСМ-дың урындағы тәүге ячейкаһы секретары бурыстарын да атҡара.
 
[[1955 йыл]]дың ноябрендә район комсомол конференцияһында ВЛКСМ-дың Салауат районы комитеты секретары итеп һайлана. 1956 йылдан башлана уның һәм совет хужалығы етәксеһе карьераһы. Районда комсомол йәштәрҙең малсылыҡ бригадалары эшмәкәрлеге йәнләнә, төрлө һәүәҫкәр үҙешмәкәрлек смотрҙары, фестивалдәре ойошторола, етди хеҙмәт менән йәнәшә ҡыҙыҡлы ял итеү район йәштәренең төбәктә ҡалыуына ыңғай йоғонто яһай.
15 юл:
[[1959 йыл]]да Салауат район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
 
[[1961 йыл]]да «утыҙ меңселәр» иҫәбендә артта ҡалыусылар рәтендә йөрөгән XXI партсъезд исемендәге колхозға рәйес итеп тәҡдим ителә һәм 18 йыл ғүмерен ошо вазифаға бағышлай. Ул етәкселек иткән осорҙа хужалыҡ район күләмендә генә түгел, ә республикала алдынғылар рәтенә сыға. Ун һигеҙ йыл колхоз рәйесе булып эшләгән йылдарында Аҡшур Суфуат улы үҙен эшлекле ойоштороусы, талапсан етәксе, ябай хеҙмәт кешеһе менән уртаҡ тел таба белгән ғәҙел етәксе булараҡ күрһәтте.
 
[[1978]]—[[1980 йыл]]дарҙа Салауат районы ауыл хужалығы идаралығы агрономы булып эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Мөфлиханов А. С. райондың бөтә колхоз-совходарына ла ашлама алыу мөмкинлеген булдыра.
 
1980 йылда төҙөлөп ятҡан Мөрсәлим ит комбинаты директоры итеп тәғәйенләнә һәм, предприятие сафҡа баҫҡандан алып, өс йыл етәкселек итә.
 
[[1985 йыл]]да «Башсельстрой» берекмәһенең күсереп йөрөтөлөүсе механикалаштырылған колоннаһы - — ПМК-682 начальнигы итеп күсерелә.
 
Хаҡлы ялға китер алдынан мал һимертеү совхозының Салауат бүлексәһе идарасыһы була. Аҡшур Суфуат улы етәкләгән кооператив көсө һәм аҡсаһы менән Ҡалмаҡол ауылының бер нисә урамына (Салауат, Яр буйы, Мәктәп, Титов) скважиналы һыуүткәргес эшләнде <ref>''На земле Салавата'' — Муфлиханов Акшур Суфуатович - —  69, 27 сентября 2016 года </ref>.
 
Аҡшур Суфуат улы Мөфлиханов Салауат район Советына ун саҡырылыш депутаты итеп һайланды һәм Салауат район Советы Башҡарма комитеты ағзаһы, Мөрсәлим ауыл советының алыштырғыһыҙ депутаты булды.
 
Хаҡлы ялға киткәндән һуң да йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, Мөрсәлим ауыл советының Ветерандар советын етәкләне.
 
== Хеҙмәт ҡаҙаныштары ==
Салауат районының хәүефле игенселек һыҙатына ҡараған XXI партсъезд исемендәге колхоз составына 5 ауыл: Ҡалмаҡол, Башҡорт Илсекәйе, Урыҫ Илсекәйе, Ҡарағол, Яңы Сүрәкәй ауылдары биләмәләре инде.
 
XXI партсъезд исемендәге колхоз бер нисә йыл рәттән СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашты. Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан социалистик ярыштарында мәртәбәле Көмөш һәм Бронза миҙалдар менән бүләкләнде. Колхоз килемле хужалыҡҡа әйләнде.
 
3 мең гектар майҙанында сәселгән иген уңышы элекке гектарынан 6 центнерҙан гектарынан 25 центнерға саҡлы күтәрелде. Эре мөгөҙлө малдар һаны 2500 башҡа, сусҡалар - — 2000 башҡа етте. Һөт-тауар фермалары күрһәткесе бер һыйырҙан 3 мең литрҙан ашыу һөт һауып алыуға тиклем артты.
 
XXI партсъезд исемендәге колхоз йыл һайын дәүләткә 20 мең ц ашлыҡ, 10 мең ц һөт, 3 мең ц ит һата башланы.
 
Хеҙмәтсән халыҡ йәшәрлек торлаҡ, малсылыҡ һәм производство биналары, мәҙәни-көнкүреш объекттары, инженер селтәрҙәре төҙөлдө. Һәр ауылды электрләштереү, телефонлаштырыу, һыу һурҙырыу скважиналары быраулау кеүек халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтерерлек саралар күрелде.
 
[[Мөрсәлим]] (Ҡалмаҡол) ҡасабаһында [[1969 йылдайыл]]да янғын һүндереү депоһы, [[1970 йылдайыл]]да Ҡалмаҡол ауыл Советы бинаһы (хәҙерге - — мәсет), 1971-19741971—1974 йылдарҙа сәнәғәт тауарҙары, хужалыҡ һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары магазиндарын үҙ эсенә алған сауҙа комплексы, [[1974 йыл|1974]]-[[1975 йылдарҙайыл]]дарҙа Илсекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбе бинаһы, [[1971 йыл|1971]]-[[1974 йылдарҙайыл]]дарҙа өс ике фатирлы өй, [[1976 йылдайыл]]да XXI партсъезд исемендәге колхоз ашханаһы төҙөлә. 1977 йылда Илсекәй ауылында фельдшер пункты үҙ бинаһына эйә була.
 
[[Мөрсәлим]] ҡаабаһында XXI партсъезд исемендәге колхоз идаралығы бинаһы, Ремонт оҫтаханалары (мастерские), 500-1000500—1000 тонна иген һыйҙырышлы ашлыҡ келәттәре, иген тогы, ЗАВ-10 иген таҙартыусы комплекс, 1500 мал һыйҙырырлыҡ ферма төҙөлдө.
 
Колхоздың иң алдынғылары һаналған 3-сө бригадаһы [[Башҡорт Илсекәйе]] ауылында 800 баш малға иҫәпләнгән һыйыр (быҙау) аҙбары, 1000 тонна иген һыйҙырышлы иген келәте, бригада йорто төҙөлдө.
 
Урыҫ Илсекәйе ауылында 2000 башҡа иҫәпләнгән сусҡа үрсетеү комплексы, һыуүткәргес төҙөлдө.
 
[[Ҡарағол]] ауылында 850 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары (коровник) төҙөлдө.
 
[[Яңы Сүрәкәй]] ауылында 850 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары (коровник), һыуүткәргес төҙөлдө.
 
== Ғаиләһе ==
Тормош иптәше Алия Абдулла ҡыҙы менән 60 йыл йәшәп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. 2016 йылда ғаилә [[Рәсәй Федерацияһы]]ның «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Алия Абдулла ҡыҙы уҡытыусы булды. Өлкән ҡыҙҙары Рита Силбәе өлкәһенең Кропачёво ҡасаба дауаханаһында баш табип, терапевт булып эшләне. Икенсе ҡыҙҙары Гүзәл Татарстан Республикаһы Ҡазан ҡалаһында лаборатория мөдире булып эшләй. Улдары Айҙар һәм Илдар күп йылдар дауамында газүткәрестәр төҙөү эшендә хеҙмәт итте.
 
Айҙар Аҡшур улы Мөфлихнов әлеге ваҡытта Мөрсәлим ҡасаба биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 57 ⟶ 64:
* Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
* «Почёт Билдәһе» ордены
* «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
* «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы
* һәм төрлө кимәлдәге бик күп Почёт грамоталары
 
== Сығанаҡтар ==
* [[На земле Салавата (гәзит)|«На земле Салавата» гәзите]]  гәзите,  69, 27 сентябрь 2016 йыл.