Ғәлиәкбәр мәктәбе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Школа
|Название = Ғәлиәкбәр мәктәбе
|Сокращение = ГалиакбаровсийГалиакберовский филиал МОБУ СОШ села Старосубхангулово
|Изображение = Ғәлиәкбәр мәктәбе.jpg
|Оригинал =
29 юл:
 
== Тарихы ==
Башҡортостан [[Октябрь революцияһы|Бөйөк Октябрь революцияһынареволюцияһы]]на тиклем грамотаһыҙҙар иленең береһе була. Батша хөкүмәте, үҙенең колониаль сәйәсәтенә тоғро булараҡ, планлы рәүештә урыҫ булмаған милләттәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тотҡарлыҡ яһарға тырыша. 1914—1919 уҡыу йылында Өфө губернаһында дәүләт һәм донъяүи мәктәптәрҙә уҡыу йәшендәге башҡорт балаларының 5,6 % мәктәптә уҡый, күберәген бай ҡатлам балалары тәшкил итә. Ошо арҡала башҡорттар, татарҙар үҙ балаларын дини уҡыуға бирәләр. Ундай мәктәптәр Өфө губернаһында [[1914 йыл]]да 1578-гә етә, ә уларға хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә материаль ярҙам булмай, уҡытыу сығымдарын ата-әсәләр күтәрә. Балаларға, йәштәргә урта белем биреү бөтөнләйгә мөмкин булмай. 1913—1914 уҡыу йылында Өфө губернаһында урта мәктәптәрҙә 4778 уҡыусы булып, шуларҙан башҡорттар — 12, татарҙар — 28 була. Улары ла мулла һәм бай балалары.
 
=== Мәктәп асылыуы ===
Мәктәп урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы [[Өфө губернаһы]]ның иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан 100, [[Белорет]]тан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.
 
1929-30 йылдарҙа өс йылға уҡытырға Байғаҙынан (Үҙән) Мөхәмәтҡолов Сабирйән<ref>[https://bash.news/yuldash/yazmyshtarza-il-tarihy/25484-sabirjen-sesen-4739 Сабирйән сәсән]</ref> килгәс, мәсетте һорап алып ике уҡытыусы уҡыта. Сәғитов Хаммат һәм [[Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы|Сабирйән Мөхәмәтҡолов]] ололарҙы уҡыта. Ошо йылда уҡыусыларға китап, дәфтәр һәм ҡәләм бирелә. Таҡта урынына ҙур тимер ҡалай ҡулланыла. Байрамдарҙы матур итеп ойоштора.
81 юл:
 
Мәктәп директоры Әкрәм Һатыбалов Бөрйән районы ауылынан, [[немец теле]] һәм [[урыҫ теле]] уҡытыусыһы Йосопов Темәстән килә. Башҡорт теленән Шәйәхмәтов, тарих һәм ботаниканан Һатыбалов, башланғыс кластарҙа Шәнгәрәева һәм Шәйәхмәтовтар уҡыталар.
 
== Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр ==
* [[Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы]]
* [[Сәғитов Зәки Хаммат улы]]
* [[Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы]]
* Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы
* [[Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы|Хәтмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы]]
*
 
== Сығанаҡтар ==