Сталин Василий Иосифович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
"Сталин, Василий Иосифович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

18:55, 15 ғинуар 2022 өлгөһө

Васи́лий Ио́сифович Ста́лин (1962 йылдың 9 ғинуарынан — Джугашвили; 24 март 1921, Мәскәү, РСФСР19 март 1962, Ҡазан, Татар АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет хәрби лётчигы, авиация генерал-лейтенанты (11 май 1949 йыл). Хәрби-һауа көстәренең Мәскәү хәрби округы командующийы(19481952). Иосиф Виссарионович Сталиндың кесе улы.

Биографияһы

Бала сағы

Василий Сталин тыуған 1921 йылдың 24 мартында Мәскәүҙә РСФСР эшсе-крәҫтиән инспекцияһы һәм РСФСР милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары Иосиф Сталин һәм уның икенсе ҡатыны — Надежда Аллилуева ғаиләһендә тыуған.

Василийҙың Светлана Аллилуева исемле һеңлеһе (1926-2011) һәм ата бер өлкән ағаһы, атаһының тәүге никахынан Яков Джугашвили (1907-1943) булған. Василий Сталиндың тәрбиәгә алған улы Артём Сергеев менән бергә тәрбиәләнгән һәм уҡыған. Василий, ул саҡтағы партияның юғары ҡатламы балалары кеүек, Мәскәүҙәге 25-се өлгөлө мәктәбендә уҡыған.

1932 йылдың 9 ноябрендә Василийҙың әсәһе Надежда Аллилуева үҙен-үҙе атып үлтерә. Иосиф Сталин ҡатыны үлгәндән һуң, кремль фатирын алмаштыра һәм кремль экономкаһы Каролина Васильевна Тиль ҡараған балалары һәм туғандары йәшәгән Зубаловолағы дачаһына ла килмәй башлай. Сталиндың һаҡ начальнигы генерал Николай Власик һәм уға буйһонғандар Василий артынан күҙәтеп торған.