Конго Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
270 юл:
 
[[Африка]], Кариб бассейны һәм [[Тымыҡ океан]] төбәгенең халыҡ-ара ойошмаһына инә.
 
== Мәҙәниәт ==
[[Файл:Марка Республики Конго 1971.JPG|thumb|150px|Конго Республикаһының почта маркаһы ]]
Конго халҡының фольклоры элек-электән бай һәм үҙенсәлекле, әммә яҙма әҙәбиәт 2-се бөтә донъя һуғышынан һуң ғына барлыҡҡа килә<ref>{{статья|автор=Собченко А. И.|заглавие=Этнографическая характеристика городского населения Бельгийского Конго|ссылка=https://books.google.ru/books?id=iMYRAAAAIAAJ&q=конго+фольклор&dq=конго+фольклор&hl=ru&sa=X&ei=aE5iT4zYOPPY4QTIzP37Bw&ved=0CFgQ6AEwBw|автор издания=Народный комиссариат просвещения РСФСР, Академия наук СССР, Институт этнографии имени Н.Н. Миклухо-Маклая|издание=журнал|издательство=Изд-во Академии наук|год=1957 — №3|выпуск=|страницы=107}}</ref>. Әҙәби телдәр — француз һәм лингала.
 
1948 йылда сығыш яһаған тәүге шағир — Жеральд Чикайя (1931 йылдан [[Париж]]да йәшәй). Конго прозаһын романсы Жан Малонг (1907 й.) кәүҙәләндерә<ref name="Africa" /><ref>{{книга|автор=Бабичев Ф. С., Кудрицкий А.В.|заглавие=Украинский советский энциклопедический словарь: в трёх томах|ссылка=https://books.google.ru/books?id=0s8EAAAAYAAJ&q=ж.+малонга&dq=ж.+малонга&hl=ru&sa=X&ei=hFViT__fItLR4QTSyZX-Bw&ved=0CDQQ6AEwAQ|издание=2|издательство=Главная редакция Украинской Советской Энциклопедии|год=1988|том=2|страницы=115|страниц=755|isbn=5885000018, 9785885000017}}</ref>.
 
Һынлы сәнғәттә ағастан эшләнгән семәрле скульптуралар һәм битлектәр өҫтөнлөк итә<ref>{{cite web|url=http://artyx.ru/books/item/f00/s00/z0000004/st043.shtml|title=Народное искусство Африки 19 - 20 веков|publisher=www.artyx.ru: История искусств|accessdate=2012-03-15|archiveurl=|archivedate=}}</ref>. Һырлау сәнғәт һөнәренең төп төрө булып тора. Уның менән төрлө ағас әйберҙәр, мебель, ҡабаҡтан яһалған һауыттарҙы биҙәйҙәр<ref>{{книга|автор=Иогансон Б. В., Баранов Н. В.|заглавие=Искусство стран и народов мира: краткая художественная энциклопедия : архитектура, живопись, скульптура, графика, декоративное искусство|издательство=Сов. энциклопедия|год=1978|том=4. Руанда и Бурунди - Филиппины|страницы=92|страниц=668}}</ref>. Һырлау менән балсыҡ һауыт-һабаны биҙәйҙәр.
 
Хәҙерге заман сәнғәтендә Браззавиль райондарының береһенән үҙ исемен алған Пото-Пото һынлы сәнғәт мәктәп-оҫтаханаһының (1951 йылда француз рәссамы һәм этнографы П. Лодс нигеҙ һалған) эштәре айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Урындағы традицияларға таянып, Пото-Пото оҫталары халыҡ тормошон (гуашь, акварель) һүрәтләүҙең үҙенсәлекле стилен эшләгән, уларҙа һүрәт төшөрөү графикаһы һәм аныҡлығы, хәрәкәттәрҙең киҫкен экспрессияһы, пропорцияларҙа һуҙылған фигураларҙың хәрәкәтсән силуэттары төҫтәрҙең декоратив байлығы менән бәйләнгән<ref name="Africa" /><ref>{{книга|автор=Веймарн Б. В.|часть=4|заглавие=Всеобщая история искусств: кн. 1-2. Искусство 20 века|ссылка=https://books.google.ru/books?id=dXrrAAAAMAAJ&q=%22пото-пото%22&dq=%22пото-пото%22&hl=ru&sa=X&ei=UWJiT_u5B-bO4QTLo7DvBw&ved=0CDYQ6AEwAQ|издательство=Искусство|год=1965|том=6}}</ref>.
 
Конгола йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың музыка мәҙәниәтенең жанр һәм стиль үҙенсәлектәре бик борон башланғыс алған һәм колонияға тиклемге осорҙаүҫеш алған. Баконго, бавили, байомбе, бобанги, бабоши һәм башҡа халыҡтарҙың музыкаль ижады фольклор өлкәһе менән сикләнә<ref>{{книга|автор=Гаврилов Н. И.|заглавие=Народная республика Конго: (Справочник)|издательство=Наука|год=1977|страниц=295}}</ref>.
 
[[1966 йыл]]да традицион халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы Милли Конго балеты булдырыла<ref>{{статья|автор=С. Соловьев.|ссылка=https://books.google.ru/books?id=1WRtAAAAMAAJ&q=конго+национальный+балет&dq=конго+национальный+балет&hl=ru&sa=X&ei=GXJiT4vfB6mk4AS_zKWNCA&ved=0CD8Q6AEwAA|заглавие= |издание=Азия и Африка сегодня|издательство=Изд-во восточной лит-ры|год=1982}}</ref><ref>{{cite web|url=http://www.hrono.ru/land/1900kong.html|title=Конго в XX веке|date=http://www.hrono.ru|accessdate=2012-03-15}}</ref>.
 
=== Киң мәғлүмәт саралары ===
Дәүләт телерадиокомпанияһы — '''CNRTV''' (''Centre national de Radio Télévision congolais'' — «Конго радиоһы һәм телевидениеһы Милли үҙәге»), үҙ эсенә ''Télé Congo'', радиостанции ''Radio Congo'' һәм ''Radio Brazza'' телеканалдарын ала.
 
== Иҫкәрмәләр ==