Конго Республикаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
90 юл:
[[Файл:Court of Loango.png|thumb|left|Король Лоангоның һарайы эргәһендә. Быуаттың 2-се яртыһына ҡараған һүрәт, ''Африка Тасуирламаһы'' (1668) китабынан (1668)]]
 
=== Колониаль осор ===
Быуат аҙағында [[Конго (йылға)|Конго]] йылғаһы бассейнында француздар барлыҡҡа килә. 1880 йылда француз флоты офицеры Пьер де Бразза пост төҙөй (хәҙерге Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль ҡалаһы). [[1883 йыл]]ға француздар яр буйындағы ҡәбиләләрҙең бөтә башлыҡтары менән протекторат тураһында килешеү төҙөй.
 
1886—1947 йылдарҙа хәҙерге Конго Республикаһы Франция Экваториаль Африкаһы составындағы Франция колонияһы була.
 
[[1903 йыл]]да француздар баҡыр рудаһы сығара башлай, ә [[1911 йыл]]да улар беренсе тимер юлы тармағын үткәрә. [[1934 йыл]]ға колонизаторҙар Браззавиль тимер юлы менән Пуэнт-Нуар портын тоташтырған.
 
1947 йылда Конгоға — Францияның сит ил биләмәһе, ә 1958 йылдан Франция берләшмәһе составында автономиялы республика статусы бирелә.
 
Ул ваҡытҡа Конгола бер нисә сәйәси партия барлыҡҡа килгән, шуларҙың иң эреләре: Демократик союз һәм Африка социалистик хәрәкәте. Автономиялы республика статусын алғандан һуң, был партия яҡлылар араһында этник-ара булған ҡанлы бәрелештәр ҡуба (бигерәк тә мбоши һәм лали ҡәбиләләре араһында)<ref>{{cite web|title=Lali, Lari in Congo, Republic of the|url=https://legacy.joshuaproject.net/people-profile.php?rog3=CF&peo3=12962|publisher=Joshua Project|accessdate=2015-09-27|lang = en}}</ref>). Һөҙөмтәлә социалистарҙы тар-мар иткән Демократик союз еңеп сыға.
== Халыҡ ==
Халҡы — 4 366 266 кеше. (2012 й)<ref name="CIA">{{cite web|url=https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/cf.html|title=Africa::Congo|publisher=ЦРУ|accessdate=2012-03-05}}</ref><ref name="UN">{{PDFlink|[http://esa.un.org/unpd/wpp/country-profiles/pdf/178.pdf Статистика населения на сайте ООН]}}{{ref-en}}</ref>