Макс Планк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
62 юл:
 
Октябрҙә (1909 йылда) Планктың ҡатыны Мария вафат була. Йыл ярым үткәс, 1911 йылдың мартында, ғалим икенсе тапҡыр — тәүге ҡатынының бер туған һеңлеһенә - Маргарита фон Хёсслинға өйләнә. Уларҙың бер уртаҡ балаһы Герман була (''Hermann'', 1911—1954){{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=105}}{{sfn|Kangro|1974}}. Планк ғаилә кешеһе була һәм, ҡатынының һүҙҙәре буйынса, «бары ғаиләлә генә үҙенең барлык кешелек сифаттарын тулыһынса аса». Ә ысынында ул үҙен үҙ даирәһе кешеләре араһында ғына иркен хис итә; киң баҡсалы ҙур йортта ғалим ғаиләһе менән йәшәгән Берлиндың Грунневальдында университет профессорҙары йәшәгән. Билдәле тарихсылар Ганс Дельбрюк һәм Адольф фон Гарнак Планктың яҡын күршеләре була. Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа Планк ике аҙна һайын өйҙә музыкаль кисәләр ойоштора, унда билдәле скрипкасы Йозеф Иоахим, Альберт Эйнштейн һәм башҡа дуҫтары ҡатнаша. Ғалимдың бер туғанының һүҙҙәре буйынса, музыка Планктың рухын тотоп тормаған берҙән-бер өлкә була; ғалим [[Шуберт, Франц|Шуберт]], [[Брамс, Иоганнес|Брамс]] һәм [[Шуман, Роберт|Шуман]] әҫәрҙәрен өҫтөн күргән{{sfn|Heilbron|1986|pp=33—34}}.
 
==== Планканың квант гипотезаһы ====
Берлин осорона Планктың юғары фәнни ҡаҙанышы ҡарай. 1890 йылдар уртаһында йылылыҡ нурланышы менән шөғөлләнә һәм 1900 йыл аҙағында хәл иткес уңышҡа өлгәшә: ҡара есем спектрында энергия бүленеше өсөн дөрөҫ формула ала һәм билдәле «хәрәкәт квантын» индереп, уны теоретик яҡтан нигеҙләй<math>h</math>. Тәрән мәғәнәһе һуңғараҡ ҡына асылған немец ғалимының квант гипотезаһы, квант физикаһының барлыҡҡа килеүен билдәләй{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=71—75}}. Артабанғы йылдарҙа Планк үҙ һөҙөмтәләрен классик физика менән яраштырырға тырышып күп көс һала; ул элекке күҙаллауҙарҙан ситкә алып киткән артабанғы аҙымдарға, мәҫәлән, Эйнштейндың яҡтылыҡ кванттары теорияһына, бик һағайып ҡарай{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=84—88}}. Ләкин уның бөтә тырышлығы бушҡа була. Был хаҡта ул «Ғилми автобиография»һында яҙа:
{{начало цитаты}}
''Мои тщетные попытки как-то ввести квант действия в классическую теорию продолжались в течение ряда лет и стоили мне немалых трудов. Некоторые из моих коллег усматривали в этом своего рода трагедию. Но я был другого мнения об этом, потому что польза, которую я извлекал из этого углубленного анализа, была весьма значительной. Ведь теперь я точно знаю, что квант действия играет в физике гораздо большую роль, чем я вначале был склонен считать…''
{{конец цитаты|источник={{статья|автор= Планк М. |заглавие= Научная автобиография |издание= УФН |год= 1958 |том= 64 |страницы= 635}}}}
 
Шул уҡ ваҡытта Альберт Эйнштейн, Пауль Эренфест һәм башҡа ғалимдарҙың эштәре һөҙөмтәһендә кванттар теорияһы ғилми берләшмәлә тағы ла нығыраҡ танылыу яулай. 1911 йылдың көҙөндә «Нурланыш һәм кванттар» темаһына арналған саҡырылыш быға дәлил булып тора. Был вәкәләтле конференция алдында торған проблемалар һәм ҡаршылыҡтар хәл ителмәгән булһа ла, нурланыштың квант теорияһын ғилми донъяның иғтибар үҙәгенә урынлаштырған{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=105—111}}. 1913 йылда кванттар гипотезаһын атом төҙөлөшө проблемаһы менән бәйләгән Нильс Борҙың эштәре барлыҡҡа килгәндән һуң квант физикаһының йылдам үҫеш этабы башлана. Планктың ҡаҙаныштарын таныу (энергия кванттарын асыу менән физикаға күрһәткән хеҙмәттәрҙе таныу билдәһе булараҡ) уға 1918 йыл өсөн физика буйынса Нобель премияһы бирелеүе була. 1920 йылдың 2 июлендә ғалим Стокгольмда «Кванттар теорияһының барлыҡҡа килеүе һәм яйлап үҫеше» тигән Нобель лекцияһын уҡый{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=130—131}}<ref>{{cite web |url= http://nobelprize.org/nobel_prizes/physics/laureates/1918/ |title= The Nobel Prize in Physics 1918 |author= |date= |description= Информация с сайта Нобелевского комитета |publisher= Nobelprize.org |accessdate= 2012-04-29 |lang= en |archiveurl= https://www.webcitation.org/67vbai4Cr?url=http://www.nobelprize.org/nobel_prizes/physics/laureates/1918/ |archivedate= 2012-05-25 |deadlink= no }}</ref>.
 
== Комментарийҙар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Макс_Планк» битенән алынған