Макс Планк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
50 юл:
 
[[1886 йыл]]дың көҙөнән башлап Планк «Энтропияны үҫтереү принцибы тураһында» тигән мәҡәләләр серияһын яҙа. Был мәҡәләләрҙә физика һәм химияның тәғәйен мәсьәләләрен хәл итеүҙә термодинамик ҡараштар ҡулланыла. Был эштәр уға ғилми даирәлә, айырыуса физик химия белгестәре араһында билдәле бер танылыу килтерә. Атап әйткәндә, Вильгельм Оствальд һәм Сванте Аррениус менән таныша; һуңғыһы фәнни проблемаларҙы тикшереү өсөн Киль ҡалаһына Планкка килә. [[1887 йыл]]дың [[31 март]]ында матди яҡтан тәьмин ителгән Макс Планк бала саҡ дуҫы Мари Меркҡа(Marie Merck), Мюнхен банкирының ҡыҙына өйләнә{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=42—44}}. Уларҙың дүрт балаһы була: улдары Карл (Karl, 1888—1916) һәм Эрвин (Erwin, 1893—1945) һәм игеҙәк ҡыҙҙары Эмма (Emma, 1889—1919) һәм Грете (Grete, 1889—1917){{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=61|name=КФ61}}.
 
=== Берлинда профессор (1889—1944) ===
 
==== Берлинда тәүге йылдар ====
[[Файл:Hermann von Helmholtz4.jpg|thumb|left|200px|Герман Гельмгольц, Берлинға Планкты саҡырыу инициаторы]]
1887 йылдың октябрендә, Кирхгоф вафат булғандан һуң, Берлин университетының теоретик физика кафедраһы урыны буш була. Был вазифаны биләү хоҡуғына дәғүә иткән тәүге ике кеше - Людвиг Больцман һәм Генрих Герц, Мюнхен һәм Боннға өҫтөнлөк биреп, баш тарта. Ул саҡта коллегаларынан ғалим, педагог һәм кеше булараҡ юғары баһа алған Планктың кандидатураһын Гельмгольц тәҡдим итә. 1889 йылдың ғинуарында йәш физик Берлинда үҙ вазифаһын үтәүгә тотона; 1892 йылда университетта теоретик физика буйынса ординар профессура булдырылғанға тиклем, тәүге өс йыл экстраординар профессор булып ҡала. Бер үк ваҡытта ул университет ҡарамағында асылған Теоретик физика институтын етәкләй. Берлиндағы эш Гельмгольц, Август Кундт һәм башҡа билдәле физиктар менән тығыҙ аралашырға мөмкинлек бирә, Шулай ҙа, теоретик булараҡ, Планк асылда башҡаларҙан айырым хәлдә тора, һәм тәүге осорҙа уға коллегалары-экспериментаторҙар менән бәйләнеште яйға һалыу ауырға төшә.{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=44—48}}. [[1894 йыл]]да Гельмгольц һәм Кундт тәҡдиме буйынса уны Прусия Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлайҙар]]{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=57}}.
 
Планка университет тормошонда, төрлө комиссиялар эшендә әүҙем ҡатнашты һәм коллегаларын, ғөмүмән, үҙенең үҫеп килгән абруйын фән һәм коллегаларын яҡлау өсөн файҙалана. Мәҫәлән, ул Эмиль Варбургты, 1894 йылда вафат булған Август Кундттың вариҫы итеп тәғәйенләүҙе, Прусияның Мәғариф министрлығы факультеттың был кандидатура файҙаһына тәҡдимен иғтибарһыҙ ҡалдырырға маташһа ла, талап итә (бәлки, Варбургтың йәһүд булыуы сәбәплелер). 1895 елда Планк министрлыҡ талабы буйынса социалистик позицияларҙа тороусы һәм Германияның социаль-демократик партияһын финанс яҡтан хуплаусы физика эшмәкәрлеген тикшерә торған комиссия ағзаһы була{{не переведено 2|Аронс, Лео|Лео Аронса|de|Leo Arons}}. Комиссия Аронстың сәйәси ҡараштарының уның педагогик һәм фәнни эшмәкәрлегенә йоғонтоһон асыҡламаған һәм уны язалауҙан баш тарта. 1897 йылда, махсус һорауға яуап биреп, Планк ҡатын-ҡыҙҙар өсөн университет белемен биреүҙе принципиаль тыйыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерә; ул үҙе бер нисә ҡаты-ҡыҙға лекцияларына йөрөргә рөхсәт итә. Һуңыраҡ ул Венанан Больцмандың элекке студенты Лиза Мейтнерҙы саҡыра һәм 1912 йылда хатта үҙенең ассистенты итеп тәғәйенләй; Мейтнер Планктың яҡын дуҫтарының береһе була{{sfn|Heilbron|1986|pp=36—39}}. Берлиндың тәүге йылдарында Планк элеккесә музыкаға ҙур иғтибар бүлә һәм бер үк ваҡытта музыка теорияһы буйынса курстар ҙа уҡый. Институтҡа ҙур фисгармония тапшырылғас, ул был ҡоралда музыканың тәбиғи төҙөлөшөн ҡабул итеүҙе өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булды һәм, темперацияланған ҡоролош бөтә шарттарҙа ла сағыуыраҡ яңғырай, тигән һығымтаға килә. Бу һөҙөмтәне («беҙҙең ҡолаҡ темперацияланған гаммаларҙы өҫтөн күрә») Планк 1893 йылда махсус мәкаләләл баҫтырып сығара. Сәнғәт һәм әҫәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу ғалимды тарихсы Теодор Моммзен, романсы Адольф Тоблер һәм гуманитар даирәләрҙең башка вәкилдәре менән якынайта{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=50—51}}.
 
1895 йылдан башлап Планк вазифаларына "Annalen der Physik" журналын мөхәррирләү индерелә, унда теоретик мәсьәләләр буйынса мәҡәләләр өсөн яуап бирә. Был вазифала эшләп, ул физиканы математиканан һәм философиянан нығыраҡ айырырға ынтыла, был ул дәүер өсөн яңы дисциплина - теоретик физика формалашыуына булышлыҡ итә{{sfn|Heilbron|1986|p=39}}. 1911 йылдың 23 мартында Планк Прусия фәндәр академияһының мотлаҡ секретары, йәғни был учреждениеның дүрт етәксеһенең береһе итеп һайлана (тәбиғи фәндәр һәм гуманитар бүлектәрҙән икешәр).[[23 марта]] [[1911 год]]а Планк был избран непременным секретарём Прусской академии наук, то есть одним из четырёх руководителей этого учреждения (по двое от естественнонаучного и гуманитарного отделений). Киләһе бер нисә йылда ул үҙенең нигезләмәһен Альберт Эйнштейнды Берлинға саҡырыу һәм академия ағзаһы итеп һайлау өсөн ҡуллана.{{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=114—117}}. Бынан тыш, Планк 1913/14 уҡыу йылына Берлин университеты ректоры вазифаһын биләй, шулай уҡ өс тапҡыр (1905-1908 һәм 1915-1916 йылдарҙа) Немец физик йәмғиәте президенты итеп һайлана. Ул 1911 йылда Император (Германия императоры) Вильгельм II указы белән нигеҙ һалынган Кайзер Вильгельм йәмғиәтен төҙөүгә йәлеп ителә; башлыса, 1913 йылдан ул Физика институтын булдырыу буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, уны Эйнштейн етәкләргә тейеш була{{sfn|Heilbron|1986|pp=61—68}}{{sfn|Hoffman|2008|name=Hoffman}}.
 
Октябрҙә (1909 йылда) Планктың ҡатыны Мария вафат була. Йыл ярым үткәс, 1911 йылдың мартында, ғалим икенсе тапҡыр - тәүге ҡатынының бер туған һеңлеһенә - Маргарита фон Хёсслинға өйләнә{{не переведено 2|фон Хёсслин, Георг|Георга фон Хёсслина|de|Georg von Hoeßlin}}. Уларҙың бер уртаҡ балаһы Герман була(''Hermann'', 1911—1954){{sfn|Кляус и Франкфурт|1980|с=105}}{{sfn|Kangro|1974}}. Планк ғаилә кешеһе була һәм, ҡатынының һүҙҙәре буйынса, «бары гаиләдә генә үзенең барлык кешелек сыйфатларын тулысынча ача». Ә ысынында ул үҙен үҙ даирәһе кешеләре араһында ғына иркен хис итә; киң баҡсалы ҙур йортта ғалим ғаиләһе менән йәшәгән Берлиндың Грунневальдында университет профессорҙары йәшәгән. Билдәле тарихсылар Ганс Дельбрюк һәм Адольф фон Гарнак Планктың яҡын күршеләре була. Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа Планк ике аҙна һайын өйҙә музыкаль кисәләр ойоштора, унда билдәле скрипкасы Йозеф Иоахим, Альберт Эйнштейн һәм башҡа дуҫтары ҡатнаша. Ғалимдың бер туғанының һүҙҙәре буйынса, музыка Планктың рухын тотоп тормаған берҙән-бер өлкә була; ғалим [[Шуберт, Франц|Шуберт]], [[Брамс, Иоганнес|Брамс]] һәм [[Шуман, Роберт|Шуман]] әҫәрҙәрен өҫтөн күргән{{sfn|Heilbron|1986|pp=33—34}}.
 
== Комментарийҙар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Макс_Планк» битенән алынған