Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы (Октябрь революцияһына тиклемге осор) (Б.Х.Юлдашбаев): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Автор тураһында: Автор тураһында яҙылған мәҡәлә бар, эске һылтанма ҡуйылған
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
13 юл:
Тарих фәндәре докторы Б. X. Юлдашбаевтың был китабы башҡорт милләте формалашыуҙың социаль-этник мәсьәләләренә арналған. Унда Башҡортостан тарихының мөһим яҡтарының береһе — 1917 йылға тиклем башҡорт милләте формалашыу процесы күҙәтелә.
 
Китап өс бүлектән тора. Беренсе бүлек «Башҡорттарҙың халыҡ һәм милләт булып этно-лингвистик ойошоу тарихы» ( «История этно-лингвистической консолидации башкир в народность и нацию»), икенсеһе- «Башҡорт милләте формалашыу социаль-иҡтисади тарихы» («Социально– экономическая история формирования башкирской нации»), өсөнсөһө- «Башҡорт милләтенең формалашыу тарихы» ( «История формирования башкирской нации»)<ref name="История формирования башкирской нации. Б.Х.Юлдашбаев">[https://litgu.ru/knigi/history/501019-istorija-formirovanija-bashkirskoj-nacii-dooktjabrskij-period.html История формирования башкирской нации. Б.Х.Юлдашбаев]</ref>..
 
Беренсе бүлектә тарихсы рус яҙыусылары мәғлүмәттәре ([[Лоссиевский Михаил Владимирович|М.В.Лоссиевский]], Н. А. Гурвич, Н. Л.Скалозубов, А. Калачев, С.Сомье һ.б.) халыҡ иҫәбен алыу материалдарына нигеҙләнеп, XIX быуат аҙағы– XX быуат башына башҡорт халҡының һан яғынан кәмемәүен, ә бер нисә быуат эсендә артыуын күрһәтә. Тотороҡло этно-демографик үҫеш башҡорт халҡының [[милләт]] булып формалашыуы өсөн төп нигеҙ булып тора<ref name="История формирования башкирской нации. Б.Х.Юлдашбаев">[https://litgu.ru/knigi/history/501019-istorija-formirovanija-bashkirskoj-nacii-dooktjabrskij-period.html История формирования башкирской нации. Б.Х.Юлдашбаев]</ref>..
 
Китапта Б.Х.Юлдашбаев тарафынан милли территория мәсьәләләре, милләттең этнолингвистик берләшеүе һәм рухи формалашыуы, проблеманың социаль-иҡтисади яғы, [[Октябрь революцияһы]] мәленә башҡорт халҡының милләт булараҡ ойошоуы һәм мәҙәни-иҡтисади үҫештең ниндәй кимәлдә булыуы мәсьәләләре ҡарала. Проблеманың социаль-сәйәси яғы ҡыҫҡаса ғына итеп һүрәтләнә һәм мәсьәләне тулыһынса яҡтыртмай.