Хәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
51 юл:
Европала, [[Берлин]]да саҡта, Вәлиди бер нисә элекке танышын осрата. Үҙ ата-бабаларының ерҙәрен тартып алған Борель баярҙың нәҫеленән булған Эммануил Борелде осратып, уның менән әңгәмәләшә. [[Егән]] йылғаһының көнсығыш яғындағы Ҡалғая тип аталған ерҙәргә хужа булып алған Киндяков (Кинйәкәү) ерҙәре Борелдәргә Тимашевтан мираҫ булып эләгә. Борелдәр усадьбаһы [[Петровский (Ишембай районы)|Петровский]] ауылында (хәҙерге [[Ишембай районы]]) урынлашҡан була. Вәлиди Вәлит олатаһының баярҙар Мельников, Борель менән ер өсөн судлашып йөрөүе тарихын һөйләп үтә. Ә Борель башҡорттарҙан тартып алынған 8 мең гектар ерҙе тик 1892 йылда ғына законлаштырҙыҡ, тип белдерә.
 
1925 йылдың майында улар [[Будапешт]]ҡа килә һәм Вәлиди Будапешт университетында башҡорттарға ҡәрҙәш Урта Азияла йәшәгән кинжек ырыуы тураһында сығыш яһай. Венгр ғалимдары уны бик ихлас ҡабул итә. Бер нисә көндән [[Бухарест]] аша [[Төркиә]]гә килеп етәләр<ref name="Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов">[https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/GNyue9xl2zkgEvhNmI5KbCcpNFipPOCiWlPS9ABj.pdf Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов]</ref>. 29 майҙа Төркология институтында З.Вәлиди Урта Азия төрки халыҡтары тарихы буйынса сығанаҡтар тураһында тәүге фәнни сығышын яһай. Төрөк гражданлығын алған Зәки Вәлиди Рәсәй сит эштәр министрлығына ҡатыны Нәфисәне Төркиәгә сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.
 
Икенсе китап Әхмәтзәки Вәлидиҙең [[Мостафа Кәмал Ататөрк|Мостафа Кәмал-паша]] менән осрашып, танышыуы тураһында яҙма менән тамамлана.