Хәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди) — версиялар араһындағы айырма

1920 йылдың көҙөндә ул В. И. Ленин, И. В. Сталин, [[Троцкий Лев Давидович|Л. Д. Троцкий]] һәм [[Рыков Алексей Иванович|А. И. Рыков]] адресына большевиктарҙың милли сәйәсәтен тәнҡитләп хат яҙа.
 
1921 йәйендә ''Төркөстан милли берҙәмлек советын'' һәм уның флагын булдыра. 1921 йылдың июлендә был советтың башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Күп кенә сығанаҡтар уны Төркөстанда "баҫмасы"лар хәрәкәтенең (Советтарға ҡаршы) ысын етәксеһе тип тә атай<ref name="Заки Валиди- Тоган о басмаческом движении. Х.Паксой">[http://orenkraeved.ru/biblioteka/istoriya-bashkirii-stati/1939-paksoj-kh-zaki-validi-togan-o-basmacheskom-dvizhenii.html Заки Валиди- Тоган о басмаческом движении. Х.Паксой]</ref>. Ҡатмарлылыҡтарға ҡарамай, Вәлиди тыуған яғы менән бәйләнеш тота, аслыҡ башланғанын белгәс, [[Бохара әмирлеге|Бохара әмире]] менән килешеп, [[Башҡортостан]]ға бер нисә вагон аҙыҡ-түлек ебәреүе тураһында яҙа. 1921—1924 йылдарҙа йәшәп килгән [[Бохара Халыҡ Совет Республикаһы]]нда Вәлидов фекерҙәштәре Башҡортостанда тормошҡа ашырып өлгөрмәгән хыялдарын, демократик республика төҙөүҙе тормошҡа ашыра башлай.
 
1921 йылдың июнендә Бохарала Зәки Вәлиди менән уның ҡатыны Нәфисәнең (Яҡшымбәтова) бәләкәй улы Ырыҫ [[тапма]]нан ([[малярия]]нан) үлеп китә. Вәлидигә Күсем ырыуы ханы Ырыҫмөхәмәт исеме ҡушылған улының үлемен бик ауыр кисереүен, ҡатыны уны ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға тырышыуын китап биттәрендә иҫкә алыуы еңел булмағандыр.
 
Вәлиди Төркөстанда хәрби министр вазифаһын үтәгән төрки ҡәүем берҙәмлеге идеялары менән янған төрөк Әнүәр паша үлеп ҡалыуы хәлде ҡатмарлаштырҙы, ти<ref name=" И.Мамбетол. Энвер-паша">[https://kafkassam.com/%D0%B8%D0%BB%D0%B4%D0%B0%D1%80-%D0%BC%D0%B0%D0%BC%D0%B1%D0%B5%D1%82%D0%BA%D0%BE%D0%BB-%D1%8D%D0%BD%D0%B2%D0%B5%D1%80-%D0%BF%D0%B0%D1%88%D0%B0-%D1%80%D1%8F%D0%B4%D0%BE%D0%BC-%D1%81-%D0%BD%D0%B8%D0%BC.html И.Мамбетол. Энвер-паша]</ref>. Большевиктар [[Урта Азия]]ла баҫмасылар ғәскәрен бер нисә тапҡыр еңә. РСФСР биләмәһендә [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|граждандар һуғышы]] тамамланып, [[Ҡыҙыл Армия]] етәкселеге Урта Азияға яңы көстәр йүнәлтә.
 
1923 йылдың башында бер нисә көрәштәше менән бергә Вәлиди Иранға китә. Ирандың [[Мешхед]] ҡалаһы китапханаһында [[Ибн Фаҙлан]]дың "Яҙмалары"н таба (унда X быуат башында [[ғәрәптәр]]ҙең Болғарға башҡорттар ере аша сәйәхәте лә һүрәтләнә). Иранға сығып китерҙән алда ул [[Башҡорт халҡына хушлашыу хаты (Әхмәтзәки Вәлиди)|«Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»]]н яҙа һәм уны Башҡортостанға юлланыусылар аша ебәрә.
13 062

үҙгәртеү