Нәсихәттәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
11 юл:
 
=== Балалар өсөн нәсихәт ===
Ризаитдин Фәхретдинов — башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы оло шәхесе, үҙ заманының иң мәҙәниәтле һәм уҡымышлы кешеләренең береһе. Көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәттәре менән яҡшы таныш күренекле ғалим Р.Фәхретдинов — йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡты ағартыуға ҙур өлөш индергән мәғрифәтсе<ref name=" Педагогические взгляды Ризаитдина Фахретдинова">[https://cyberleninka.ru/article/n/pedagogicheskie-vzglyady-rizaeddina-fahretdina Педагогические взгляды Ризаитдина Фахретдинова]</ref>. Уның әҫәрҙәрендә, йәштәр төплө белем һәм яҡшы тәрбиә алғанда ғына, уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, бәхетле булыр, тигән фекер ята. Р.Фәхретдиновтың шундай әҫәрҙәренең береһе «Нәсихәт» тип атала. Ул өс китаптан тора. Беренсеһе— ир балаларға, икенсеһе— ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө — ололарға тәғәйенләнгән.
 
Ризаитдин Фәхретдинов был китапты үҙем гүзәл холоҡломон, шуға һеҙҙе өйрәтергә булдым тигән фекерҙән сығып яҙмауы тураһында әйтеп үтә. Һәр бер кешенең ниндәйҙер кәмселектәре бар, шуға ҡарамаҫтан һәр беребеҙ балабыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ, ти.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәсихәттәр» битенән алынған