Нәсихәттәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
37 юл:
«Ата һәм әсә ҡағиҙәләре» бүлексәләрендә 22 өгөт-нәсихәттә баланы тыуғандан алып өйләнгәнгә тиклем нисек ҡарарға, уға ниндәй тәрбиә бирергә икәнлеге аңлатыла. Артабан үҙләштергән һөнәреңә, белемеңә тырышлығыңды ҡушып хужалығыңды, ғаилә иҡтисадын нисек алып барырға өйрәтә. Тапҡан малды исраф итмәй, ғаиләң кәрәгенә тотонорға, насар маҡсатта тотонмаҫҡа, лотерея һәм башҡа ҡомарлы уйындар уйнап, туҙҙырмаҫҡа кәңәш бирә.
 
Китаптың һуңғы өлөшөндә бирелгән 11 өгөттә Ризаитдин Фәхретдинов кешеләр араһында таралған ҡайһы бер боҙоҡлоҡтарҙан, алама ғәҙәтле кешеләрҙән йыраҡ булырға өндәй. Һигеҙенсе өгөттә ул ҡайһы бер мосолмандар араһында ла тарала башлаған кешене түбәнлеккә төшөрә торған эскелеккә, иҫерткес эсеүсе кешеләргә кире ҡарашын белдерә һәм: «Был боҙоҡ ғәҙәт ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер», — ти. Олуғ аҡыл эйәһе Р.Фәхретдиновтың өгөттәрендәге әҙәп, әхләҡ[[әхлаҡ]], кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек, намыҫ һәм башҡа төшөнсәләр хаҡындағы фекерҙәренең әһәмиәте бик ҙур, уларҙа ислам ҡанундары менән бер рәттән быуаттар буйы тупланған ата-бабалар тәжрибәһе, халыҡтың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм традициялары сағылыш тапҡан.
 
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә. Риза Фәхретдинов был турала: «Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и-Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр. Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр»,- тип иҫкәртә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәсихәттәр» битенән алынған