Нәсихәттәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
41 юл:
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә. Риза Фәхретдинов был турала: «Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и-Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр. Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр»,- тип иҫкәртә.
 
Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙан бер нисәһе. "«Ололар өсөн нәсихәт"»тә «Ватан һәм милләт» бүлексәһендә Риза Фәхретдинов «ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ», «милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ», тип өгөт бирә. Икенсеһе — ата-әсәгә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам. Балалар өсөн яҙылған ике «Нәсихәт» тә «Ата һәм әсә» бүлексәләренән башлана. «Ата-әсәгеҙ һеҙгә ҡарата иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Һәр ваҡыт ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, бәхетегеҙ өсөн тырыша, һеҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләгә ялбара һәм доға ҡыла. Шуның өсөн, мөмкин тиклем уларҙың хеҙмәттәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ, мәшәҡәттәренең хаҡын ҡайтарыу мөмкин булмаһа ла, уларға ихласлыҡ менән хеҙмәт итеүсе һәм хөрмәт күрһәтеүсе булығыҙ!»- тип һис шикһеҙ үтәлергә тейешле талапты еткерә.
Ризаитдин Фәхретдинов ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөүҙе хупламай, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ кеше тәбиәғәтен боҙа, был уны фәҡирләндерә ти.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәсихәттәр» битенән алынған