Анхель шарлауығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
 
26 юл:
Шарлауыҡты тикшеренеүсе Эрнесто Санчес Ла Крус тапҡан, әммә Джеймс Эйнджелдың осошона тиклем киң билдәле булмай. 1933 йылда [[АҠШ]]-нан был лётчик мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләп оса. Урындағы гидтар әйтеүенсә, ул [[алмас (минерал)|алмас]] эҙләгән. Джеймс Эйнджел осорондағы аборигендарҙың бер туҡтауһыҙ алмас тип атарға мөмкин булған таштар тураһында һөйләүҙәре был осошҡа килтерә. Ысынында иһә, Анхель шарлауығы урынлашҡан яйла кварц менән мул. 1933 йылдың 16 ноябрендә Эйнджел осош барышында Ауян-Тепуи тип аталған тауҙы күреп ҡала, ул уның иғтибарын йәлеп итә лә инде. 1937 йылдың 9 октябрендә ул кире әйләнеп ҡайта һәм самолетты Ауян-Тепуиға ултыртырға тырыша, әммә ултырғанда самолёт зыян күрә, шассиҙарҙың береһе шартлай.
 
Һөҙөмтәлә Эйнджелға һәм уның өс компаньонына (шул иҫәптән уның ҡатыны Мариға) тауҙан йәйәү төшөргә тура килгән. Уларҙың цивилизацияға ҡайтыуы 11 көн тәшкил итә. Уларҙың мажараһы хаҡында яңылыҡтар бик тиҙ тарала, һәм шарлауыҡ уның хөрмәтенә «Анхель шарлауығы» ({{lang-es|Salto Ángel}}) тип атала. Испан телендә Эйнджел ({{lang-es|Ángel}}) фамилияһы АххельАнхель булараҡ уҡыла, шуға күрә уның исеме тап шундай. Тимәк, шарлауыҡтың фәрештәләр менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ - был кеше фамилияһы.
 
Эйнджелдың «Фламинго» самолеты 33 йыл буйына, вертолет менән уны сығарғансы, шул ерҙә ҡала. Самолет Маракай ҡалаһының авиация музейында реставрациялана, һәм хәҙер Сьюдад-Боливар ҡалаһы аэропорты алдында тора.