Игуасу шарлауыҡтары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
23 юл:
 
== Географияһы ==
Шарлауыҡтар Игуасу й. тамағынан яҡынса 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан<ref name="Britannica"/>. Комплекстың киңлеге - 2,7 саҡрым, ул яҡынса 275 айырым шарлауыҡты үҙ эсенә ала<ref name="Britannica"/>. Шарлауыҡтың бейеклеге 82 метрға тиклем етә, әммә шарлауыҡтарҙың күбеһенең бейеклеге 60 метрҙан саҡ ҡына күберәк<ref name="Britannica"/>. Иң ҙур шарлауыҡ — «Иблис тамағы» ({{lang-es|Garganta del Diablo}}) — 150 м киңлектәге һәм оҙонлоғо 700 метрлыҡ текә яр. Был шарлауыҡ Бразилия менән Аргентина араһындағы сикте билдәләй.
 
Ямғырҙар миҙгелендә яҡынса 2000 мм яуым-төшөм яуа. 1978 йылда шарлауыҡ ҡорой һәм ай буйына эшмәкәрлек итмәй.
 
Күп кенә утрауҙар (шул иҫәптән шаҡтай ҙурҙар) шарлауыҡтарҙы бер-береһенән айыра. 2,7 саҡрымға яҡын дөйөм киңлегенән 900 метры һыу менән ҡапланмаған. Утрауҙарҙы тоташтырыусы 2 саҡрым самаһы күпер бөтә ағымдарҙы яҡшыраҡ күрергә ярҙам итә. Шарлауыҡтар майҙаны 2,7 км булған амфитеатр рәүешендәге уйпатлыҡ барлыҡҡа килтерә. Шарлауыҡтарҙың күбеһе Аргентина биләмәһендә (оҙонлоғо 2100 м) урынлашҡан, әммә Бразилия яғынан (оҙонлоғо 800 м) «Иблис тамағы»на яҡшы күренеш асыла. Шарлауыҡтарҙы 160-260 метр бейеклектән күҙәтергә мөмкин, шул рәүешле был шарлауыҡ [[Ниагара]]нан бейегерәк, әммә [[Виктория шарлауығы]]на бирешә.
 
Шарлауыҡтар эргәһендә өс ҡала - [[Бразилия]] яғында Фос-ду-Игуасу, [[Аргентина]] яғында Пуэрто-Игуасу һәм [[Парагвай]] яғында Сьюдад-дель-Эсте урынлашҡан<ref>{{cite web|url=http://about-brazil.org/tag/iguasu/|title=Игуасу|publisher=about-brazil.org|accessdate=2015-05-12|deadlink=yes|archiveurl=https://web.archive.org/web/20150811110009/http://about-brazil.org/tag/iguasu/|archivedate=2015-08-11}}</ref>.
 
Айырыуса билдәле шарлауыҡтар атамалары: «Әҙәм һәм Һауа», «Өс мушкетёр», «Ике апай-ҡәрҙәш», «Сальто-Эскондидо» («йәшерен һикереү»), «Сальто-Флориано» («сәскә һикереүе»), «Сан-Мартин», «Рамирес» һәм башҡалар.
 
Урындағы башҡа иҫтәлекле урындар — Итайпу гидроэлектростанцияһы быуаһы (әлеге ваҡытта (2021 йыл) донъяла билдәләнгән ҡеүәт буйынса икенсе урында тора), һәм иезуит ғибәҙәтханалары.
 
== Иҫкәрмәләр ==