Виктория (шарлауыҡ): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
42 юл:
 
Тарлауыҡтың стеналарының бейеклеге - 120 м ашыу.
 
[[Файл:Satellite view of Victoria Falls.jpg|слева|мини|Шарлауыҡтың космостан төшөрөлгән фотоһүрәте]]
 
Ямғырлы миҙгелдә шарлауыҡ аша секундына 9100 кубометрға тиклем һыу үтә. Был ваҡытта һыу төп шарлауыҡ аша тотош ағым менән ағып төшә. 1958 йылда Замбезила ташҡын мәлендә һыу кимәле рекорд ҡуя - секундына 13 мең кубометрҙан ашыу. Бейектән төшкән һыу сәсрәгән тамсылар һәм томан барлыҡҡа килтерә, улар 400 метр һәм унан юғарыраҡ бейеклеккә күтәрелеүе мөмкин. Шарлауыҡ тыуҙырған томан 50 километр алыҫлыҡтан күренә.
 
Ҡоролоҡ миҙгелендә шарлауыҡ бер нисә тар һыу ағымына тиклем кәмей, сәсрәмәләр һәм томан юҡ тиерлек, ағым кимәле секундына 350 кубометрға тиклем төшә. Шул ваҡытта тарлауыҡтың тәрәнлеген өйрәнеп була. Апрелдә максималь ағым һәм октябрь аҙағында иң кәм һыу кимәле тарлауыҡтарҙа 20 метрға тиерлек үҙгәрә.
 
Шарлауыҡтың өҫкө нөктәһендә «Иблис купеле» тип аталған тәбиғи уйым бар. Сентябрь-декабрь айҙарында, һыу кимәле түбәндә булғанда, был уйымда һыу ағымы сағыштырмаса көслө түгел, һәм унда текә ярҙан бер нисә метр алыҫлыҡта турист-экстремалдар йөҙә. Бындай йөҙөүселәрҙе «Иблис купеле» аша һыу упҡынға ташлаған осраҡтар бар<ref>{{cite web |url = http://www.newzimbabwe.com/news-1052-Tour%20guide%20in%20Vic%20Falls%20plunge/news.aspx |deadlink = yes |publisher = New Zimbabwe |title = Tour guide in Vic Falls plunge |date = 2009-09-28 |accessdate = 2012-02-22 |archiveurl = https://web.archive.org/web/20120302030916/http://www.newzimbabwe.com/news-1052-Tour%20guide%20in%20Vic%20Falls%20plunge/news.aspx |archivedate = 2012-03-02}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==