Виктория (шарлауыҡ): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
25 юл:
Шарлауыҡ тирәһендә иң боронғо билдәле кешеләр һунарсылар һәм йыйыусылар булған, үҙ телдәрендә шарлауыҡты «Гөрһөлдәгән төтөн» тип атағандар.
 
Шарлауыҡты европа кешеләренән беренсе булып Дэвид Ливингстон күргән тип иҫәпләнә. 1855 йылдың 17 ноябрендә [[Замбези]]ҙың үрге ағымынан йылға тамағына тиклем (1852—1856) сәйәхәт иткәндә Ливингстон шарлауыҡҡа барып етә һәм ҙур булмаған утрауға тиклем йөҙөп бара, һуңынан был утрау уның исеме менән атала. Ливингстон Нгонье шарлауығынан хайран ҡала, һуңынан ағым буйлап өҫкә йөҙөп бара, тағы ла һоҡландырғыс шарлауыҡты күрә һәм уны королева [[Виктория (Бөйөк Британия королеваһы)|Виктория]] исеме менән атай. Шарлауыҡ тураһында ул былай тип яҙған: «Был матурлыҡты Англияла күргән бер нәмә менән бер кем дә сағыштыра алмай. Европа кешеһенең күҙҙәре быға тиклем уға оҡшаш нәмәне күргәне юҡ ине. Бындай шундай матур урындарға осоп барғанда фәрештәләр генә ҡарағандыр, күрәһең».
 
Шарлауыҡтың тәүге тасуирламаларын португал Серпа Пинту, чех Эмиль Голуб, Виктория шарлауығының һаҡланып ҡалған тәүге һүрәттәренең авторы британ рәссамы Томас Банс ҡалдырған. Районға тимер юлы 1905 йылда төҙөлгәс тә, күптәр шарлауыҡты үҙ күҙҙәре менән күрә алған.
 
== Иҫкәрмәләр ==