Комета: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
[[Файл:Comet Hale Bopp.jpg|thumb|200px|[[Хейл-Бопп кометаһы]]]]
'''Коме́та''' ({{lang-grc|''бор. грекса'' κομήτης| komḗtēs|сәсле, ялбыр}}) — һуҙылған конус киҫеме орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүсе ҙур булмаған күк есеме.
 
[[Ҡояш]]ҡа яҡынлашҡанда, ул өйөр ҡиәфәтенә керә һәм ҡайһы саҡта ҡойроғо барлыҡҡа килә.
2018 йылдың уртаһына Ҡояш системаһының эске өлкәһенә йәки планеталар өлкәһенә төшкән 6339 комета табылған[1].
 
== Дөйөм мәғлүмәттәр ==
Фараз ителеүенсә, эске Ҡояш системаһына Оорт болотонан күптәнге кометалар оса, унда бик күп комета йәҙрәһе бар. Ҡояш системаһы ситендә урынлашҡан есемдәр, ҡағиҙә булараҡ, Ҡояшҡа яҡынлашҡанда тиҙ осоусан матдәләрҙән (һыу, метан һәм башҡа газдарҙан) тора.
 
Әлегә 400-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы комета табылған<ref>[https://ssd.jpl.nasa.gov/dat/ELEMENTS.COMET HORIZONS System<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>. Уларҙың 200-гә яҡыны берҙән ашыу перигелий үткәүелендә күҙәтелгән. Уларҙың күбеһе ғаиләләр составына инә. Мәҫәлән, иң ҡыҫҡа ваҡытлы кометаларҙың күпселеге (Ҡояш тирәләй уларҙың тулы әйләнеше 3-10 йыл дауам итә) [[Юпитер]] ғаиләһен тәшкил итә. Сатурн, [[Уран]] һәм [[Нептун ]]ғаиләләре бер аҙ бәләкәйерәк (һуңғыһына, атап әйткәндә, данлыҡлы [[Галлей кометаһы]] инә).
[[Файл:Cometorbit-ru.svg|thumb|Кометалар оҙонса эллиптик орбиталарҙа хәрәкәт итә. Ике төрлө ҡойроҡҡа иғтибар итегеҙ.]]
Йыһан тәрәнлегенән килгән кометалар томанлы объекттарға оҡшаған, уның артынан ҡойроғо һуҙылған, ҡайһы берҙә оҙонлоғо бер нисә миллион километрға етә. Комета йәҙрәһе — кома тип аталған томанлы ҡабыҡ менән ҡапланған ҡаты киҫәксәләр есеменән ғибәрәт. Диаметры бер нисә километр булған йәҙрәнең үҙ тирәләй 80 мең киометрлыҡ кома булыуы мөмкин. Ҡояш нурҙары ағымы газ киҫәксәләрен команан ҡыуып сығара һәм артҡа ташлай, йыһанда уның артынан хәрәкәт иткән оҙон ҡойроҡ һуҙыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Комета» битенән алынған