Һижрәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
Ырыуҙаштарының ҡыҫымы аҫтында [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)|Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] саҡ барлыҡҡа килгән йәмәғәтенә Хәбәшстанға (Эфиопияға) күсеп торорға тәҡдим итә. Беренсе төркөм [[Усман ибн Әффан]] етәкселегендә шунда китә. Улар миләди 614 йылдың май айында, икенсеһе — 615 йылдан да ҡалмай, рисаләттең 5-се йылында һижрәт ҡыла{{sfn|Большаков|2000|с=}}.
 
Мәккә аристократияһы ҡаланы ҡалдырып киткән мосолмандарҙың туғандарын улар менән араларын өҙөргә мәжбүр итергә тырыша. Мосолмандарға бойкот иғлан итәләр: улар менән бер ниндәй ҙә сауҙа эштәре алып бармайҙар, никахлашырға рөхсәт итмәйҙәр. Бындай ғәмәлдәр халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра башлай. Туғанлыҡ, ата-баба рухын хөрмәтләү ғәрәптәрҙә ныҡ ултыра, шуға күрә улар араһында бойкотты боҙоуҙар башлана{{sfn|Большаков|2000|с=}}. Ике йылдан Мәккәнең икесеикеме-өсмө абруйлы кешеһе үҙҙәренә '''Аман''' (именлек) бурысы ала һәм бойкотты туҡтата.
 
Әммә Мәккәлә ҡалыу көндән-көн ҡурҡынысыраҡ була бара, һәм шул шарттарҙа [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)|Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] Мәҙинәгә күсенергә ҡарар итә.Был оазиста йәшәүселәр ғәрәптәрҙән генә тормай; йәһүдтәр һәм йәһүди динле ғәрәптәр: бәни ҡәйнүкә, ҡүрәйзә, нәдир, фитйәүн — ҙур ғына өлөш тәшкил иткән. Йәсриб ғәрәптәре Бәнү Әүс, Хәҙрәж һәм башҡа ырыуҙарҙан торған. Улар ырыу-ара һәр саҡ низағлашып йәшәгән, шуның өсөн дә [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]]гә үҙҙәренең хөкөмдары һәм башлығы булырға тәҡдим иткәндәр.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һижрәт» битенән алынған