Липидтар — версиялар араһындағы айырма

1 байт өҫтәлгән ,  8 месяцев назад
Липидтарҙың биологик әһәмиәте ифрат ҙур һәм күп төрлө.
 
* '''Төҙөү функцияһы'''. Липидтар — гидрофобтар. Был матдәләрҙең йоҡа ғына ҡатламы күҙәнәк мембраналары составына инә. Фосфолипидтар күҙәнәк мембраналарының билипид ҡатламының нигеҙен тәшкил итә, холестерин — мембрананың ағыусанлығын көйләй. Архейҙарҙың мембраналар составына изопреноидлы углеводород сығарылмалары инә. Балауыҙ ер өҫтөндәге үҫемлектәрҙең (япраҡтарҙың һәм йәш үҫентеләрҙең) өҫкө йөҙөндә кутикула барлыҡҡа килтерә. Балауыҙ шулай уҡ бик күп бөжәктәр тарафынан етештерелә (бал ҡорттары унан кәрәҙҙәр төҙөй, ә ҡорттар һаҡлаусы япма барлыҡҡа килтерә). Бөтә тере күҙәнәктәр плазматик мембраналар менән уратып алынған. Уларҙың төп структур элементы булып ике ҡатлы липидтар (билипид ҡатлам) тора. 1 мкм² биологик мембранала миллионға яҡын липид молекулалары бар. '''Мембраналарҙы тәшкил иткән бөтә липидтар ҙа амфифил үҙенсәлектәргә эйә:''' гидрофил һәм гидрофобик өлөштәрҙән тора. Һыу мөхитендә бындай молекулалар гидрофобик үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһендә стихиялы рәүештә мицеллалар һәм биҡатлам барлыҡҡа килтерә. Бындай структураларҙа молекулаларҙың поляр баштары һыулы фазаға ҡарай, ә поляр булмаған ҡойроҡтары — эске яҡҡа ҡарап урынлаша. Бындай төҙөлөш принцибы бөтә тәбиғи мембраналарға хас. Гидрофобик ҡатламдың булыуы мембраналарҙың үҙ функцияларын башҡарыуы өсөн бик мөһим. Сөнки ул иондарҙы һәм поляр берләшмәләрҙе үткәрмәй .
 
* '''Энергетик функцияһы'''. Иң киң таралған липидтарҙың—майҙарҙың — энергия сығанағы булараҡ әһәмиәте ифрат ҙур. Күҙәнәктә майҙар углерод оксиды (IV) һәм һыуға ҡәҙәр окисланыуға һәләтле. Майҙар тарҡалған ваҡытта энергия углеводтар тарҡалғандағыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк бүленеп сыға.
6226

үҙгәртеү