Башҡортостан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
159 юл:
Башҡортостандың үҫешкән яғыулыҡ-энергетика комплексына эйә булыуы уның сөнәғәтенең төп үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Хеҙмәттең дөйөм Рәсәй территориаль бүленешендә республика эре яғыулыҡ-энергетика базаһы булып сығыш яһай.
Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы үҙенең структураһы яғынан арыу уҡ күп төрлө. Ул нефть, газ, һоро күмер сығарыу һәм эшкәртеүҙе, йылылыҡ һәм электрэнергияһы етештереүҙе, торба үткәр¬гестәр һәм электр тапшырыу линия-ларының күп тармаҡлы селтәрен эсенә ала. Уларҙың күбеһе дөйөм Рәсәй күләмендәге әһәмиәткә эйә.
===Нефть сығарыу сәнәғәте====
Башҡортостан — илдең төп нефть сығарыу райондарының береһе. 1997 йылда уның өлөшөнә бөтә Рәсәйҙә сығарылған нефттең 9,1%-ы тура килде. Әгәр шул йылда ил буйынса дөйөм алғанда халыҡтың йән башына 2 тонна нефть тура килһә, Башҡортостанда ул 3,4 тонна булды.
Нефть сығарыу республикала ғына түгел, бөтә Урал — Волга төбә¬гендәтөбәгендә 1932 йылда хәҙерге Ишембай ҡалаһы урынлашҡан ерҙән башланды. 1944 йылда Туймазы ятҡылығы асылды. 50-се йылдар уртаһынан Шкапов, ә 50-се йылдар аҙағынан Саҡмағош һәм Арлан ятҡылыҡтар төркөмө файҙаланыла башланы. 60-сы йылдарҙа нефтте Өфө янынан да таптылар.
Нефть сығарыу сәнәғәтен үҫтереү Башҡортостан индустрияһының тармаҡ структураһында тәрән ыңғай үҙгәрештәр тыуҙырҙы, күп тармаҡлы комплекс барлыҡҡа килтерҙе. Ул нефть сығарыу тармағына нигеҙләнде. Ошо беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә булған тармаҡҡа сәнәғәттең бында элек эшләп килгән тармаҡтары яраҡлаштырылды. Хәҙерге Башҡортостан хужалығының энергетика, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм машиналар эшләү кеүек мөһим тармаҡтары тап бына нефть сығарыу базаһында барлыҡҡа килде һәм киң үҫеш алды. Республика хужалығының башҡа күп тармаҡтарында ла нефть сығарыу сөнәғәтенеңсәнәғәтенең ыңғай йоғонтоһо сағыла. Ишембай, Октябрьский, Туймазы, Нефтекамск, Салауат ҡалаларының, шулай уҡ ҡала тибындағы тиҫтәләрсә ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе «ҡара алтын» сығарыу һәм эшкәртеү менән бәйләнгән. Транспорт та тамырҙан үҙгәреш кисерҙе. Нефть эҙләгән ваҡытта байтаҡ ҡына яңы минераль ресурстар (тәбиғи газ, таш күмер, аш тоҙо, шифалы һыу ҡатламдары, бромлы һәм йодлы тәрән ер аҫты һыуҙары һ. б.) асылды, улар сәнәғәттең сеймал базаһын һәм шифахана-курорт учреждениеларының дауалаусы факторҙарын ишәйтте.
Нефтекамск, Салауат ҡалаларының, шулай уҡ ҡала тибындағы тиҫтәләрсә ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе «ҡара алтын» сығарыу һәм эшкәртеү менән бәйләнгән. Транспорт та тамырҙан үҙгәреш кисерҙе. Нефть эҙләгән ваҡытта байтаҡ ҡына яңы минераль ресурстар (тәбиғи газ, таш күмер, аш тоҙо, шифалы һыу ҡат-ламдары, бромлы һәм йодлы тәрән ер аҫты һыуҙары һ. б.) асылды, улар сәнәғәттең сеймал базаһын һәм шифахана-курорт учреждениеларының дауалаусы факторҙарын ишәйтте.
50-се йылдар уртаһында Башҡортостан нефть сығарыу күләме буйынса илдең иҫке, иң ҙур нефть эшкәртеү төбәге Әзербайжан ССР-ын уҙып, СССР-ҙа беренсе урынға сыҡты. 1967 йылда республикала нефть сығарыу иң ҙур күләмгә (47,8 млн т) еткерелде. Әммә ятҡылыҡтар ярлылана барыу һөҙөмтәһендә артабан нефть сығарыу кәмей башланы. Бөгөн иһә Башҡортостан, йылына 14 млн т нефть сығарып, Төмән әлкәһенән һәм Татарстан артынан бара.
Республикала нефть сығарылған бөтә осорҙа ер ҡуйынынан 1,5 млрд т нефть алынған. Шуға күрә файҙаланылыусы күп кенә нефть ятҡылыҡтары (иң ҙурҙары — Туймазы, Шкапов һәм Арлан) ныҡ ҡына һайыҡты. Ләкин бынан Башҡорт¬остандыңБашҡортостандың нефть промыслаларының ғүмере бөттө йәки бөтөп бара, тип һығымта яһарға ярамай. Юғары дәрәжәлә үҙләштереүгә ҡарамаҫтан БР территорияһы яңы нефть ятҡылыҡтарын асыу әсән арыу уҡ яҡшы перспективалы итеп ҡылыҡһырлана. Күптән түгел асылған шаҡтай ҙур Илеш нефть ятҡылығы бының асыҡ миҫалы. Нефть эҙләү яңынан-яңы майҙандарҙа һәм ер аҫтының тәрәнерәк ҡатламдарында алып барыла.
БР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте бик ҡатмарлы хужалыҡ, ул «Баш-нефтьБашнефть» нефть акционерҙар компанияһы (АНК) итеп ойошторолдо.
Уның төп быуындарын нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән шөғөлләнеүсе нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары (НГДУ), нефть запастарын тулыландырыу эшен баш¬ҡарыусы геология-эҙләнеү конторалары (ГПК), йылына йөҙҙәрсә раз¬ведка һәм эксплуатация скважинала¬ры быраулаусы быраулау эштәре идаралыҡтары (УБР) тәшкил итә. «Башнефть» компанияһы составында нефттең эйәрсән газын йыйыу һәм уны ҡулланыусыларға ебәреү өсөн әҙерләү эше менән шөғөлләнеүсе «Башнефтегазпром» идаралығы бар.
«Башнефть» АНК-һы Октябрьский һәм Нефтекамск ҡалаларында нефть промыслаһы ҡорамалдары заводтарын үҙ эсенә ала, был заводтар АНК-ның ҡорамалдарға һәм уларға запас өлөштәргә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү әсән төҙөлгән. Стәрлетамаҡта скважиналар быраулағанда ҡулланылыусы онтаҡ хәлдәге балсыҡ эшләп сығарыусы нефть махсус материалдар заводы эшләй. Бик киң территорияны биләгән технологик процестарҙы хеҙмәтләндереү әсән АНК-ның элемтә һәм авто-транспорт идаралыҡтары, төбәк мәғлүмәт үҙәге бар.
«Башнефть» ғилми-техник базаһы эсенә инженерлыҡ-иҡтисади тик¬шеренеүҙәртикшеренеүҙәр һәм нормативтар үҙәге,
махсуслашҡан ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары инә, улар ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү проекттары төҙөү, нефть эҙләү эштәрен нигеҙләү, нефть сығарыуҙың иң һөҙөмтәле ысулдарын эшләү һәм ҡулланыуға индереү менән шөғөлләнә.
АНК-ға төҙөлөш һәм ремонт эш-тәренә бик күп көс һәм аҡса һалырға тура килә, сөнки ятҡылыҡтар иҫкереү менән уларҙағы нефть, газ һәм һыу үткәргестәр, һурҙырыу станциялары һәм башҡа йыһаз-ҡорамалдар иҫкерә, туҙа, яраҡһыҙға әйләнә. Шуға күрә «Башнефть» АНК-һының шаҡтай киң тармаҡлы төҙөлөш-мон-таж предприятиелары бар, улар Өфө һәм Ҡандра төҙөлөш-монтаж фир¬маһы итеп берләштерелгән.
«Башнефт»тә эшләүселәр тиҫтәләрсә ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, йөҙләгән ауылда йәшәй. Уларҙың бер өлөшө хатта күсмә тормош алып бара — үҙҙәренең йәшәгән урындарынан алыҫта эшләй. Шуға күрә тармаҡҡа үҙ хеҙмәтләндереү әлкәһен булдырырға кәрәк. «Башнефть» сауҙа фирмаһы, «Мир», Цюрупа исемендәге һәм «Родина» агрофирмалары ошо эш менән шөғөлләнә лә — йәшелсә, картуф һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Компанияның составында илленән ашыу мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы, ике тиҫтә ял базаһы, шифахана-профилакторий, пансионат, унға яҡын пионер лагеры, егер¬ме техник, мәҙәниәт йорто, клубтар һәм 1 млн квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ йорттар иҫәпләнә. һәр НГДУ-ның үҙенең уҡыу-курс комбинаттары бар. Республиканың башҡа бер генә тармағында ла шул тиклем ныҡ үҫешкән һәм киң йәйелдерелгән социаль-мәҙәни хеҙмәтләндереү селтәре юҡ.
«Башнефтеснаб» филиалы «Баш-нефть» предприятиеларын матди-техник тәьмин итеү менән шөғөлләнә. АНК-ның бер нисә филиалы башҡа төбәктәрҙә урынлашҡан, БР нефтселәре нефть продукттарын һатыу һәм кәрәк продукттарҙы алыу әсәнөсөн улар менән тығыҙ бәйләнеш тота.
 
===Газ сәнәғәте===
Башҡортостанда газ сәнәғәте ҙур үҫеш алды. Нефть менән бергә скважиналарҙан эйәрсән газ да сыға. Туймазы һәм Приют газ эшкәртеү заводтарында унан шыйыҡ газ, газ бензины һәм ҡоро газ айырып алына. Шыйыҡ газ нефть химияһында сеймал итеп, транспортта бензин урынына, ә нефть эшкәртеүҙә газ бензины сифатында файҙаланыла, ҡоро газ иһә ҡала һәм ауылдарға яғыулыҡ итеп ебәрелә.