Ферменттар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
51 юл:
 
Күп кенә ферменттарҙың үҙ субстраттарының атамаһына бәйле булмаған, тарихи тривиаль исемдәре бар, мәҫәлән, пепсин һәм трипсин исемдәре бар. Ошо һәм башҡа ҡыйынлыҡтар, шулай уҡ яңы асылған ферменттарҙың һаны арта барыуы арҡаһында системалы номенклатура булдырыу һәм ферменттарҙы классификациялау буйынса халыҡ-ара килешеү ҡабул ителә{{sfn|Ленинджер|1985|c=229}}.
 
==Ферменттарҙы классификациялау==
 
Катализланған реакция төрө буйынса ферменттарҙың иерархик классификацияһында 6 класс билдәләнә (КФ, EC — Enzyme Comission code).
Классификация халыҡ-ара биохимия һәм молекуляр биология союзы (International Union of Biochemistry and Molecular Biology) тарафынан тәҡдим ителә.
 
Һәр класта субкласстар бар, шулай итеп ферментты дүрт һандан торған йыйынтыҡ һүрәтләй. Мәҫәлән, пепсин EC 3.4.23.1 атамаһына эйә. Беренсе һан яҡынса фермент менән катализланған реакция механизмын тасуирлай:
 
КФ 1: Электрон транспортын катализлаусы оксидоредуктаза, йәғни окисланыу йәки тергеҙеү. Миҫал: каталаза, спиртлы дегидрогеназа.
 
КФ 2: Химик төркөмдәрҙе бер субстрат молекулаһынан икенсеһенә күсеүен катализлаусы трансферазалар. Трансфераза араһында, ҡағиҙә булараҡ, АТФ молекулаһынан фосфат төркөмөн күсереүсе киназалар айырылып тора.
 
КФ 3: Химик бәйләнеш гидролизын катализлаусы гидролазмалар. Миҫал: эстераза, пепсин, трипсин, амилаза, липопротеин липаза.
 
КФ 4: Продукцияның береһендә икеләтә бәйләнеш булдырып, химик бәйләнештәрҙең гидролизһыҙ өҙөлөүен катализлаусы, шулай уҡ кире реакциялар барлыҡҡа килтерсе лиазалар.
 
КФ 5: Субстрат молекулаһында структур йәки геометрик үҙгәрештәрҙе катализлаусы һәм изомер формалар барлыҡҡа килтереүсе изомеразалар.
 
КФ 6: АТФ гидролизына бәйле конденсация реакциялары иҫәбенә субстраттар араһында C-C, C—S, C-O һәм C-N химик бәйләнештәре барлыҡҡа килеүен катализлаусы лигазалар. Миҫал: лигаза
 
КФ 7: Мембраналар аша иондарҙы йәки молекулаларҙы ташыуҙы йәки уларҙың мембраналарҙа бүленешен катализлаусы транслоказалар.
Фермент атамаһындағы икенсе һан субкласты сағылдыра, өсөнсө — аҫсубкласс, дүртенсеһе — аҫсубкласстағы ферменттарҙың тәртип номеры.
 
Катализатор булараҡ, бөтә ферменттар ҙа тура һәм кире реакцияларҙы тиҙләтә. Шуға күрә, мәҫәлән, лиазалар кире реакцияны — икеләтә бәйләнеш буйынса берләшеү реакцияһын да катализлау мөмкинлегенә эйә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ферменттар» битенән алынған