Башҡортостан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: az:Başqırdıstan
115 юл:
Башҡортостан — индустриаль-аграр республика. [[Рәсәй Федерацияһы]]нда [[сәнәғәт]] етештереүе буйынса 10 урынды, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса 3-сө урынды һәм төп фондтар буйынса 7-се урынды биләй. Республикала 500-ҙән артыҡ сәнәғәт предприятиеһы эшләй.
Алдынғы сәнәғәт төрө — машиналар төҙөү. Был өлкәлә приборҙар етештереү, нефть һәм химия машиналары төҙөү, авиация һәм машиналар төҙөү һ.б. тағы ла барлығы 200 ашыу предприятиены берләштерә.
 
==Агросәнәғәт комплексы==
Агросәнәғәт комплексы — республиканың бик мөһим тармаҡ-ара комплексы ул. Уға ауыл хужалығы, уны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе, ауыл хужалығына һәм уның продукцияһын эшкәртеүсе сәнәғэткә хеҙмәт күрһәтеүсе (техника йүнәтеү, төҙөү һ. б. ш.), ауыл хужалығы сеймалын ташыу, әҙерләү, һаҡлау һәм уңдырышлы, башлыса ҡара тупраҡлы.
Республикала ауыл хужалығы өсөн файҙаланырға яраҡлы бик күп ер майҙаны бар. Һөрөнтө ер, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр 7,2 млн га, йәғни бөтә майҙандың 51%-ын би-ләй. Ауыл хужалығы ерҙәренең ҙурлығы буйынса Башҡортостан күрше төбәктәрҙең бөтәһенән фәҡәт Ырым-бур әлкәһенән генә ҡалыша. Ерҙәренең ауыл хужалығы өсөн үҙләштерелеү дәрәжәһе буйынса республика Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда ике тапҡырға өҫтөн тора.
Ауыл хужалығы ерҙәренең өстән ике өлөшөн — һөрөнтө ерҙәр, өстән бер өлөшөн сабынлыҡтар менән көтөүлектәр тәшкил итә. Бындай нисбәт ауыл хужалығында үҫемлек-селек менән малсылыҡты яҡшы яраштырырға мөмкинлек бирә.
Ауыл хужалығы ерҙәренең төп өлөшө Урал алды һәм Урал аръяғы тигеҙлектәрендә урын алған. Бында ерҙәр ауыл хужалығы әсән иң ныҡ үҙләштерелгән һәм һөрөнтө ерҙәр өҫтөнлөк итә. Ә таулы-урманлы зонала ауыл хужалығы өсөн үҙләштерелгән ерҙәр 7—10%-ҡа тиклем ҡыҫҡара, шул уҡ ваҡытта һөрөнтө ерҙәр сабынлыҡ һәм көтөүлектәргә ҡарағанда 7—8 тапҡыр аҙыраҡ майҙанды биләй.
Башҡортостан Республикаһы шарттарында ауыл хужалығы етерлек хеҙмәт ресурстарына нигеҙләнә. Ауылда йәшәүселәрҙең һаны буйынса республика Рәсәйҙә Краснодар крайынан ҡала икенсе урынды алып тора.
Аҙыҡ-түлеккә ихтыяжды үҫтереүсе күп һанлы индустрия үҙәктәренең күбәйеүе ауыл хужалығы үҫеше өсөн мөһим этәргес көс булып тора. Икенсе яҡтан, республиканың сәнәғәт предприятиелары ауыл хужалығы предприятиеларын тупраҡҡа ашлама индереү машиналары, моторҙар, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары, малсылыҡ комплекстары әсән вентиляторҙар, электр энергияһы, яғыулыҡ-майлау һәм төҙөлөш материалдары, газ, ашламалар, аҡһым-витамин ҡатнашмалары, йәшелсә үҫтереү парниктары, һуғарыу өсөн полимер материалдар һ. б. менән тәьмин итә.
Баҙар мөнәсәбәттәре ауыл хужалығы структураһына ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе, ул күп тармаҡлы булып үҫешә башланы. 1997 йылда 197 крәҫтиән хужалығы ассоциация-һы, 45 күмәк халыҡ предприятиеһы, 29 ауыл хужалығы кооперативы бар ине. 524 колхоз һәм 135 совхоз үҙ статусын һаҡлап ҡалды. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының дөйөм һаны 3,6 меңгә етте, уларға 85 мең гектарға яҡын ер беркетелгәйне. Башҡортостанда, тотош Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, фермер хужалыҡтарының көс йыйып китә алмауын, бөтәһенән элек, кешеләрҙең быға психологик яҡтан әҙер булмауы һәм тупланма фондтар менән инфраструктураның (юл, коммуникация һ. б. ш.) эре ауыл хужалығы предприятиеларына ҡулайлашҡан булыуы менән аңлатылалыр, күрәһең. Хәҙерге шарттарҙа тегеһен дә, быныһын да (психологияны һәм инфраструктураны) бер юлы емереү ҙур аҡылһыҙлыҡ булыр ине.
Иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеүенә, кешеләр ҡулындағы мал һанының артыуына булышлыҡ итте, ҡала халҡына емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсасылығы менән шөғөлләнергә ирек ҡуйҙы. Эшләүселәренең матди хәлен яҡшыртыу маҡсатында һөт, ит етештереүсе, йәшелсә, картуф үҫтереүсе үҙ «аграр цехтарын» булдырырға мәжбүр булған предприятиелар һәм ойошмалар һаны көндән-көн арта. Бындай цехтарҙа хәҙер ит-һөттө эшкәртеүсе минизаводтар барлыҡҡа килә башланы.
Етештереүҙең ҡырҡа түбән төшөүе, уның матди-техник нигеҙен ныҡ ҡаҡшатҡан сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияларына хаҡтарҙың тигеҙ булмауы, көрсөклөккә илтеп терәгән башҡа күренештәр һаҡланып ҡалған колхоз һәм совхоздарҙың, башҡа тауар етештереүселәр кеүек үк, тыуып килгән баҙар шарттарына яраҡлашыуын ҡыйынлаш-тыра. Шулай ҙа шаҡтай ҙур алға китеш күҙәтелә, һорау менән файҙаланылмаған ҡайһы бер иген культуралары сәсеүлектәрен ҡыҫҡартып, улар урынына шәкәр сөгөлдөрө, картуф һәм йәшелсә ерҙәрен арттырыу иҫәбенә сәсеүлек майҙандары структураһына үҙгәрештәр индерелә. Ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеүгә күберәк иғтибар бүленә башланы. Хужалыҡтар һәр ҡайһыһы, үҙ мөмкинлегенән сығып, яңы, шул иҫәптән сит ил технологияларын үҙләштерә, яңы сорт үҫемлектәр индерә һ. б. Мәҫәлән, республиканың ҡайһы бер райондарында картуф үҫтереүҙең Голландия һәм Францияла ҡулланылған техноло¬гияларын үҙләштерәләр. Саҡмағош сөгөлдөр үҫтереүселәре, Германия фирмалары тәжрибәһен файҙаланып, шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө һалмай ғына үҫтереү технологияһын индерҙеләр.
Башҡортостанда ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күләме сағыштырмаса юғары кимәлдә һаҡлана. Шуға күрә тармаҡ, һуңғы йылдарҙағы климат, һауа торошоноң уңайһыҙ килеүенә, матди-техник тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡты аҙыҡ-түлек, эшкәртеүсе сәнәғәтте кәрәкле сеймал ресурстары менән тәьмин итеү һәләтен һаҡлап килә әле.
Республика агросәнәғәт комплексының структураһын сағылдыра. Унда ауыл хужалығы үҙе һәм шаҡтай киң тармаҡтар даирәһен эсенә алған эшкәртеүсе сәнәғәт үҙәк урынды алып тора. АСК-ны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе тармаҡтарҙан Башҡортостанда ауыл хужалығы машиналарының, минераль ашламаларҙың һәм ағыулы химикаттарҙың, ҡатнаш аҙыҡ һәм һауыт-һыйышлыҡтарҙың шаҡтай күп төрҙәрен етештереү яйға һалынған. АСК-ның өсөнсө быуыны — ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, ташыу һәм һаҡлау, агро-химия һәм ветеринария хеҙмәте күрһәтеү, фәнни һәм мәғлүмәти тәьмин итеү, тармаҡ әсән белгестәр әҙерләү.
Республикала тәбиғәт һәм иҡтисад шарттарының күп төрлө булыуы унда игенселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү әсән яҡшы ерлек бирә.
===Игенселек===
Игенселек ауыл хужалығының нигеҙен тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта сәсеүлек майҙандары 4,2 млн га тәшкил итә. Уның яртыһынан күберәген бөртөклө иген культуралары биләй. Яҙғы бойҙай төп иген культураһы булып тора, уның өлөшө бигерәк тә Урал алды һәм Урал аръяғы далаларында ҙур. Ужым арышы башлыса Урал алды төбәктәрендә игелә. Урал аръяғында ҡар ҡатламының ҡалын ятмауы был культураның яҡшы ҡышлауын ҡыйынлаштыра. Башҡортостан далалары — тары игеү, ә Урал алдының урманлы далалары ҡарабойҙай сәсеүлектәре төбәктәре.
Иген хужалығы республика ауыл хужалығының иң рентабелле тармағы булып тора. Игендең һәр центнерын үҫтереп алыуға сығымдар бында Рәсәй Федерацияһындағы уртаса кимәлдән бер ни тиклем аҙыраҡ.
Башҡортостан территорияһының күпселек өлөшөндә тупраҡ-климат шарттары бер нисә техник культура игеү менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының көнсығышында сөгөлдөр сәсеүсе иң ҙур райондарҙың береһе булып тора. Сөгөлдөр баҫыуҙары Ағиҙелдең урта ағымында һәм көн-байыш райондарҙа уңдырышлы тупраҡ һәм йәйгеһен дым етерлек булған төбәктәрҙә таралған. Хужалыҡтар гектарынан 180—200 центнер, ә алдынғы сөгөлдөрсөләр хатта 400—500 центнер сөгөлдөр үҫтереп ала.
Көнбағыш техник культураларҙан әһәмиәте яғынан икенсе урынды биләй, уның сәсеүлектәре Урал алдының көньяҡ өлөшөндә таралған.
Республика илдә картуф үҫтереү әсән иң уңайлы тупраҡ-климат шарттары булған ареалдар иҫәбенә инә. Башҡортостан картуфтың тулайым йыйымы буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында тәүге урындарҙың береһен алып тора. Картуф Уралдағы күрше райондарға, ә уны эшкәртеү продукттары (крахмал, киптерелгән картуф) Төньяҡ һәм Алыҫ Көнсығыш райондарына ебәрелә.
Республикала йәшелсә, ҡауын-ҡарбуз халыҡты яңы өҙөлгән хәлендә лә, урындағы емеш-еләк, йәшелсә сәнәғәте сеймалы сифатында ла тәьмин итеү әсән етештерелә. Ҡалалар тирәләй һөтсөлөк-йәшел-сәселек совхоздары ойошторолған, теплица комбинаттары төҙөлгән.
 
 
===Баҡсасылыҡ===
Баҡсасылыҡ та урындағы әһәмиәткә эйә. Ул 13 мең га майҙанды биләй. Баҡсалар индустриялы үҙәктәрҙе уратып алған, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының урта һәм түбән ағымында тәбиғәт шарттары уңайлы төбәктәрҙә киң таралған.
===Малсылыҡ===
Малсылыҡ республика ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәген бирә. Сабынлыҡтар менән көтөүлектәр 2,6 млн га майҙан биләй. Әммә уларҙың продукт бире үсәнлеге юғары түгел. Шуға күрә улар кәрәкле мал аҙығының яртыһынан да аҙырағын бирә. Мал аҙығының ҡалған өлөшө кукуруз, тамыраҙыҡтар, ҡуҙаҡлы культуралар һәм сәселгән үлән иҫәбенә алына, улар сәсеүлектәрҙең һәр дүртенсе гектарын биләй. Республика сәнәғәте карбамид, аҡһым-витамин ҡат¬нашмалары, ылыҫ оно менән тәьмин итә. Малсылыҡта шулай уҡ шәкәр заводтары ҡалдыҡтары — һығынды, дөйөм туҡланыу предприятиелары ҡалдыҡтары файҙаланыла.
Башҡортостанда һыйыр малдарын үрсетеү малсылыҡтың төп тармағын тәшкил итә. Ҙур ҡалалар янында ит-һөт малсылығы яңы һауған һөт менән тәьмин итеүгә мах-суслашҡан, ә ҡаланан алыҫ ятҡан урындарҙа һөттән май яҙалар, сыр эшләйҙәр, ә ҡайһы бер ерҙә һөт консервалары һәм һөт порошоктары етештерәләр.
Сусҡасылыҡты үҫтереүҙә унан ит һәм ыҫланған ит алыу төп йүнәлеш булып тора. һарыҡсылыҡ иһә ярым нәҙек һәм нәҙек йөнлө һарыҡ аҫрау йүнәлешендә үҫтерелә. Кәзәләр мамыҡ һәм һөт бирә, кәзә мамығынан бына тигән итеп шәл бәйләйҙәр. Ҡошсолоҡто үҫтереүгә күп йәһәттән ҡалаларҙың байтағы эргәһендә ҙур-ҙур ҡошсолоҡ фабрикалары төҙөү булышлыҡ итте.
 
===Йылҡысылыҡ===
Йылҡысылыҡ менән умартасылыҡ Башҡортостандың ауыл хужалығына үҙенсәлек бирә.
Аттар егеү әсән генә түгел, ә һөт һәм һуғым малы итеп тә аҫрала. Йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙылыҡ һәм ҡарта, тултырмалар башҡорттарҙа затлы ризыҡтар иҫәбенә инә. Башҡорт аттары бер миҙгелдә 1600—1800 литр (ә ҡайһы берҙәре 3000 литрға тиклем) һөт бирә ала, унан шифалы эсемлек — ҡымыҙ яһайҙар. Республиканың көнбайыш дала райондарында дөйөм Рәсәй әһәмиәтендәге климат-ҡымыҙ шифаханалары булдырылған, унда үпкә шеше ауырыуҙары дауалана.
 
===Умартасылыҡ===
XVIII быуатта уҡ әле танылған географ һәм тарихсы П. И. Рычков, умартасылыҡ Башҡортостан ауыл хужалығының «иң яҡшы һәм табыш бирә торған» тармағы, тип билдә-ләгән.
Хәҙерге ваҡытта бында Рәсәйҙә булған бөтә умарта күстәренең ун биштән бер өлөшө тупланған. Республиканың күп ауыл хужалығы предприятиелары умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бында умартасылыҡтың ғилми-тәжрибә базаһы бар, яһалма балауыҙ етештереү ойошторолған, шулай уҡ тармаҡ әсән юғары әҙерлекле белгестәр тәрбиәләнә. Илдә умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары етештереүсе ике заводтың береһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан.
Республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн тәбиғәт шарттары иҫ киткес уңайлы — урмандарында һәм туғайҙарында 380 төргә тиклем баллы сәскә үҫә, шул иҫәптән 0,8 млн га ер биләп торған йүкә ағасы сәскәһенән алынған балға ни етә! 300 мең га тәшкил иткән ҡарабойҙай, [[көнбағыш]], [[туҡранбаш]], [[люцерна]], емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа баллы сәскә үҫемлектәре лә умартасылыҡтың табышлы булыуы өсөн уңайлы ерлек тыуҙыра.
Республикала ғәжәп күп төрлө сәскәләр башҡорт балына иҫ киткес хуш еҫ һәм ҡабатланмаҫ тат бирә. Шуға ла уның башҡорт балы тигән даны бар, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ул күп тапҡыр миҙалдар һәм грамоталар яуланы.
Умартасылыҡтың башҡа продукцияһы ла: балауыҙ, умарта елеме (прополис), инә ҡорт һөтө лә киң һорау менән файҙалана.
 
== Ҡалалар ==