Ботаника: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
23 юл:
 
Үҫемлектәрҙең (флораның) төрөн билдәләүҙе, ҡағиҙә булараҡ, флористия тип атайҙар. Айырым төрҙәрҙең, ырыуҙарҙың һәм ғаиләләрҙең таралыу урындарын (өлкәләрен) билдәләү хорология (фитохорология) тип атала. Ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәрен өйрәнеү айырым дисциплинаға — дендрологияға бүленә.
 
== Үҫемлектәр морфологияһы ==
Систематика менән тығыҙ бәйләнештә үҫемлектәр морфологияһы тора. Ул үҫемлектәрҙең индивидуаль (онтогенез) һәм тарихи (филогения) үҫеш процесында формаһын өйрәнә.
 
Морфология тар мәғәнәлә үҫемлектәрҙең тышҡы төҙөлөшөн һәм уларҙың өлөштәрен өйрәнә. Киңерәк мәғәнәлә үҫемлектәр анатомияһын: уларҙың эске төҙөлөшөн, бәбәгенең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнеүсе эмбриологияны, үҫемлек күҙәнәктәренең төҙөлөшөн өйрәнеүсе цитологияны үҙ эсенә ала.
 
Үҫемлектәр морфологияһының ҡайһы бер бүлектәре үҫемлектәрҙең ғәмәли йә теоретик әһәмиәте менән бәйле айырым дисциплиналарға бүленә:
 
- органография — үҫемлектәрҙең өлөштәрен һәм органдарын тасуирлау,
 
- палинология — һеркә һәм үҫемлектәр спораларын өйрәнеү,
 
- карпология — емештәрҙең тасуирламаһы һәм классификацияһы,
 
- тератология — үҫемлектәр төҙөлөшөндә аномалияларҙы һәм деформацияларҙы (терат) өйрәнеү.
 
Үҫемлектәрҙең сағыштырма, эволюцион, экологик морфологияһы бар.
 
== Үҫемлектәр экологияһы ==
Үҫемлектәрҙең йәшәү мөхите менән мөнәсәбәтен өйрәнеү ботаниканың ҡайһы бер тармаҡтары менән шөғөлләнә, ҡайһы берҙә үҫемлектәр экологияһының дөйөм атамаһы аҫтында берләштерелә.
 
Экология тарыраҡ мәғәнәлә йәшәү мөхитенең үҫемлеккә йоғонтоһон, шулай уҡ үҫемлектәрҙең был мөхит үҙенсәлектәренә төрлөсә яраҡлашыуын өйрәнә. Ер өҫтөндә үҫемлектәр билдәле бер бергәлектәр, йәки фитоценоздар барлыҡҡа килтерә (урмандар, далалар, болондар, саванналар һ.б).
 
Был бергәлектәрҙе өйрәнеүҙе Рәсәйҙә геоботаника, йәки фитоценология тип аталған ботаника тармағы алып бара (сит илдәрҙә уны йыш ҡына фитосоциология тип атайҙар). Геоботаникала өйрәнеү объектына ҡарап урман фәне, болон фәне, тундра фәне, һаҙлыҡ фәне һ. б. айырыла.
 
Киңерәк мәғәнәлә геоботаника экосистема тәғлимәте, йәки биогеоценология менән бәйле. Ул үҫемлектәр япмаһының, хайуандар донъяһының, тупраҡтың һәм аҫтағы тау тоҡомдарының үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә. Был комплекс биогеоценоз тип атала..
 
== Бүлектәре ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ботаника» битенән алынған