Ҡан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
131 юл:
 
Йыл һайын 14 июндә үткәрелә. Медицина документтарында ҡан доноры булып киткән кеше ICD-10:Z52.0 коды буйынса шифрлана— Ҡан доноры буйынса код менән кодлана.
 
== Ҡан сирҙәре ==
'''Анемия''' (грекса αναιμία — аҙ ҡанлылыҡ) — әйләнештәге ҡанда гемоглобин концентрацияһының кәмеүе, йышыраҡ эритроциттар һанының (йәки эритроциттарҙың дөйөм күләменең) кәмеүе менән бәйле клиник һәм гематологик синдром. «Анемия» термины аныҡ ауырыуҙы билдәләмәй, йәғни анемияны төрлө патологик хәлгә бәйле билдәләренең береһе (симптом) тип иҫәпләргә кәрәк;
 
'''Гемолитик анемия''' — эритроциттарҙың емерелеүенә бәйле патология;
 
'''Яңы тыуған сабыйҙың гемолитик ауырыуы'''— яңы тыуған сабыйҙың патологик хәле, эритроциттарҙың күпләп тарҡалыуы, әсә менән бәпеттең ҡан тибы йәки Rh факторы буйынса ҡаны тап килмәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әсә менән толҡаттың иммунологик конфликты бала ҡанында г эритроциттарҙың күпләп тарҡалыуына килтерә. Шулай итеп, толҡаттың ҡан күҙәнәктәре әсә өсөн сит агентҡа (антигендарға) әйләнә. Уларға яуап итеп гематоплацентар кәртә аша үтеп бәпестең эритроциттарына һөжүм итеүсе антиесемдәр сығарыла. Яңы тыуған сабыйҙарҙа күҙәтелгән һары ауырының төп сәбәптәренең береһе булып тора.
 
'''Яңы тыуған сабыйҙарҙың геморрагик ауырыуы''' — 24 сәғәттән 72 сәғәткә тиклем балала барлыҡҡа килгән сир. Йыш ҡына К витамины етешмәүе менән бәйле коагулопатия, Һөҙөмтәлә бауырҙа ҡан коагуляцияһы факторҙарының ( II, VII, IX, X, C, S) биосинтез процесы боҙола. Дауалау һәм иҫкәртеү яңы тыуған сабыйҙарҙың туҡланыу рационына К витаминын ҡушыуҙан тора.
 
'''Гемофилия''' — нәҫелдән килә торған ауырыу. Ҡан ойошоу процесы боҙолоу менән бәйле;
 
'''Ҡан тамырҙары эсендә ( интраваскуляр коамбуляция) ҡандың ойошоуы''' — микротромбтар барлыҡҡа килеүе;
 
'''Геморрагик васкулит (аллергик пурпура)''' — системалы васкулит төркөмөнөң иң ныҡ таралған ауырыуы. Уның нигеҙендә ваҡ ҡан тамыры
 
стенаһының асептик шешеүе, тире һәм эске ағзаларҙың (йышыраҡ бөйөр һәм эсәк) тамырҙарында микротромбтар барлыҡҡа килеүе ята. Был ауырыуҙың клиник сағылышын тыуҙырыусы төп сәбәп булып ҡан әйләнешендә иммун комплекстарының һәм комплементар системаның әүҙемләшкән компоненттары булыуы тора;
 
'''Идиопатик тромбоцитопеник пурпура (Верльгоф ауырыуы)''' — тулҡынға оҡшаш хроник ауырыу, беренсел геморрагик диатез булып тора. Ул гемостаздың тромбоцит звеноһында һан һәм сифат яғынан етешһеҙлек арҡаһында барлыҡҡа килә
 
'''Гемобластоз''' — неопластик ҡан ауырыуҙары төркөмө. Шартлы рәүештә лейкемик һәм лейкем булмағандарға бүленә:
 
'''- Лейкемия (лейкоз)''' —ҡан эшләү системаһының клональ яман (неопластик) сире;
 
'''- Анапласмос''' — йорт һәм ҡырағай хайуандарҙа, шулай уҡ кешеләрҙә булған ҡан ауырыуы. Уның сәбәпсе агенттары булып талпандар йөрөткән анаплазма бактериялары тора.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡан» битенән алынған