Ҡан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
117 юл:
|A, B
|}
 
=== Донорлыҡ ===
Донорлыҡлыҡ, йәки ҡанды (лат. donare— «бүләк итеү») йәки уның компоненттарын биреү — донорҙарҙың үҙ ирке менән сирлегә ҡанын һәм уның компоненттарын биреү, шулай уҡ ҡанды һәм уның компоненттарын һаҡлауға әҙерләүҙе һәм был процестың хәүефһеҙлеген ойоштороуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек.
 
Теркәлгәндән һәм ҙур булмаған анкета тултырғандан һуң донор медицина тикшереүе үтә: бармаҡтан ҡан анализы бирә һәм табип тикшереүе үтә.
 
Яныу һәм йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһендә күпләп ҡан юғалтҡан кешеләргә ҡан ебәрергә кәрәк була. Ҡатмарлы операциялар ваҡытында, ауыр һәм ҡатмарлы бала табыу ваҡытында, гемофилия һәм анемия менән сирләүселәрҙе ҡотҡарыу өсөн дә донор ҡаны мотлаҡ булған саҡтар күп.
 
Химиотерапия ваҡытында яман шеш менән сирләүселәр өсөн ҡан да бик мөһим. Ерҙең һәр өсөнсө кешеһе ғүмерендә кәм тигәндә бер тапҡыр донор ҡанына мохтаж.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡан» битенән алынған