Ауырғазы районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: tt:Авыргазы районы
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
| Сайт = http://www.aurgazy.ru/
}}
'''Ауырғазы районы''' — Өфөнән 80 км көньяҡта, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең яҡшы үҙләштерелгән өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2014 км2. Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 47,2; 1989 — 39,1; 1995 — 38,8; 2010 — 30,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 19 кеше. Күпселеге [[татарҙар]], [[сыуаштар]], [[башҡорттар]]. Район үҙәге — [[Талбазы (Ауырғазы районы)|Талбаҙы]] ауылында — 11,6 мең кеше (1994) йәшәй.
==Географияһы==
Ер өҫтө формалары убалы ҡалҡыулыҡтарҙан тора, ныҡ [[карс]]ланған . Климаты континенталь һәм уртаса дымлы. Район територияһы аша [[Өршәк (йылға)|
Өршәк]] һәм [[Ауырғазы (йылға)|Ауырғазы]] йылғалары аға. [[Имән]], [[ҡайын]] ҡатыш имән, [[йүкә]] һәм [[уҫаҡ]] урмандары район майҙанының 17% биләй, ҡалҡыулыҡтарҙа һирәк-һаяҡ утрау булып үҫә.
 
Район ерендәге тупраҡ һелтеһеҙләнгән, карбонатлы, һоро урман һәм ғәҙәти ҡара тупраҡлы.
==Иҡтисад==
Районда [[нефть]] ятҡылыҡтары (Боҙаяҙ, Өршәк, Талбаҙы, Ибрай, Черниговка, Добровольный), кирбес сеймалы (Софиполь һәм Суханово), балсыҡ (Дарьино, Яңы Федоровка), ҡом (ДуБашҡортостановка, Кесе ИБашҡортостанай), [[гипс]], [[эзбизташ]], ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Түбәнге Ләкәнде), агрономик [[руда]]лар (Яңы Төрөмбәт һәм Иҫке Ҡарамалы) запасы бар. Ауырғазы районы нигеҙҙә, — [[ауыл хужалығы]] районы. [[Ауыл хужалығы]] ерҙәре (121 мең га) бөтөн Район майҙаныныңның 72% биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 103 мең га. [[ауыл хужалығы]] предприятиелары [[бойҙай]], [[ҡарабойҙай]], [[шәкәр сөгөлдөрө]] үҫтереүгә, һөт-ит малы, [[сусҡа]], [[һарыҡ]] үрсетеүгә махсуслашҡан.
 
[[Нефть]] ятҡылыҡтарын “Ишембайнефть”, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары үҙләштерә. Талбаҙыла ҡатнаш мал аҙығы һәм кирбес заводтары, аҙыҡ-түлек комбынаты эшләй; [[ауыл хужалығы]] техникаһы Талбаҙыла һәм Ишлелә ремонтлана.
 
Район територияһын төньяҡтан көньяҡҡа Өфө—Күмертау—Ырымбур тимер һәм автомобиль юлдары, Көнбайыштан көнсығышҡа Дәүләкән—Талбаҙы—Красноусол автомобиль юлы киҫеп үтә. Район эсендә Куйбышев тимер юлының Дарьино һәм Нуғаҙаҡ тимер юл станциялары урынлашҡан.
==Социаль –мәҙәни өлкә==
Районда 66 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 33 урта мәктәп, Ауырғазы һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 63 клуб, 1 үҙәк район һәм 4 участка дауаханаһы, [[Талбазы (Ауырғазы районы)|Талбаҙы]] ауылыда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урыҫ, татар һәм сыуаш телдәрендә “Путь Родины” — “Ватан юлы” — “Сершыв ҫүле” район гәзиттәре сыға.
== Һылтанмалар ==
* ''Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия.'' «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
* [http://www.bashkortostan.ru/state/municipality/municip/detail.php?ID=1793Башҡортостан Республикаһы сайты]
* [http://www.aurgazy.ru Администрация района]
 
{{Ауырғазы районы ауылдары}}