Александров Сергей Николаевич (генерал-майор): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
5 юл:
Сергей Николаевич Александров 1906 йылдың 15 сентябрендә Ҡазанда тыуа.
 
[[1926 йыл]]дың октябрендә [[Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы|РККА]] сафына саҡырыла һәм [[Ҡазан юғары танк команда училищеһы|ТАССР Үҙәк Башҡарма комитеты исемендәге Татар-башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбе]]нә уҡырға ебәрелә. Уны [[1930 йыл]]дың майында тамамлағандан һуң 65-се уҡсылар дивизияһына (Волга буйы хәрби округы) йүнәлтелә, унда 170-се уҡсылар полкы составында взвод командиры итеп тәғәйенләнә, ә [[1931 йыл]]дың октябренән 195-се уҡсылар полкында пулемет взводы һәм пулемет ротаһы командиры була<ref name="комдивы">{{Книга:Комдивы т3|42—43}}</ref>.
 
[[1934 йыл]]дың мартында 70-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Рота командиры, 208-се уҡсылар полкы батальоны штабы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, ә [[1936 йыл]]дың авгусында дивизия штабына күсерелә, унда 4-се часть начальнигы, 1-се часть начальнигы ярҙамсыһы һәм 2-се часть начальнигы була<ref name="комдивы" />.
 
[[1938 йыл]]да Александров [[Советтар Союзы Коммунистар партияһы|ВКП(б)]] сафына инә. Шул уҡ йылдың декабрендә 70-се дивизияның разведка батальоны командиры вазифаһына тәғәйенләнә, [[Совет-фин һуғышы (1939—1940)|совет-фин һуғышы]]нда Карел муйынындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. [[1940 йыл]]дың февраль башында дивизия һөжүмгә күсә һәм дошмандың оборонаһын өҙөп Выборг ҡултығына сыға, һуңынан [[Хельсинки]] — [[Выборг]] юлын өҙә. Был Выборгты алырға булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында майор Александров яралана, шулай уҡ [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]]на лайыҡ була<ref name="комдивы" />.
 
Октябрҙә 217-се уҡсы полк командиры вазифаһына тәғәйенләнә (104-мин уҡсылар дивизияһы, 42-уҡсылар корпусы).
20 юл:
[[1943 йыл]]дың мартында 245-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә, дивизия Селигер, [[Демянск]], [[Иҫке Русса]] күлдәре районында һәм Пустошка йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәр алып бара. [[1944 йыл]]дың [[27 ғинуар]]ынан Ленинград-Новгород операцияһы барышында һуғыштарҙа ҡатнаша, ә мартта — [[Псков]] эргәһендә. был алышта Александров ҡаты яралана.
 
Һауығып сыҡҡандан һуң [[1944 йыл]]дың майында Карел муйыны районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 13-сө уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә<ref name="комдивы" />. Выборгҡа һөжүм операцияһы барышында, дошман оборонанһын өҙөгәндән һуң, Александров етәкселек иткән дивизия выборгты урап үтә һәм дошмандың төньяҡ-көнсығышҡа сигенеү юлын бүлә, 100-ҙән ашыу ауылды азат итә. 1944 йылдың ноябрендә дивизия 59-сы армия составына индерелә һәм Висла-Одер операцияһы барышында Домбров-Гурне, Семянович һәм Сосновецты азат итә. бының өсөн дивизияға «Домбровская» почетлы исеме бирелә. Тиҙҙән дивизия Нижнесилезский, Верхнесилезский һәм Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.
 
=== Һуғыштан һуңғы карьераһы ===
[[1945 йыл]]дың июлендә 13-сө уҡсылар дивизияһы тарҡатыла, генерал-майор Александров Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнөң Хәрби советы ҡарамағына күсерелә. Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡазан хәрби округының хәрби әҙерлек бүлеге штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, [[1946 йыл]]дың июлендә — 1-се Ҡыҙыл Байраҡлы Бобруйск уҡсылар бригадаһы командиры. Ә [[1947 йыл]]дың июленән — 188-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары.
 
1947 йылдың сентябрендә [[М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия|М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы]] ҡарамағындағы уҡсылар дивизияһы командирҙарының белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамланғандан һуң 1948 йылдың ноябрендә 117-се уҡсылар дивизияһы (14-се армия, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы) командиры вазифаһына тәғәйенләнә<ref name="комдивы" />.
 
Генерал-майор Сергей Николаевич Александров [[1952 йыл]]дың октябрендә биләгән вазифаһынан бушатыла һәм [[1953 йыл]]дың ғинуарында запасҡа сығарыла.
 
[[1978 йыл]]дың [[17 август|17 авгусында]] [[Ҡазан]]<да вафат була.
 
== Наградалары ==