Александров Сергей Николаевич (генерал-майор): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
[[1926 йыл]]дың октябрендә [[Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы|РККА]] сафына саҡырыла һәм [[Ҡазан юғары танк команда училищеһы|ТАССР Үҙәк Башҡарма комитеты исемендәге Татар-башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбе]]нә уҡырға ебәрелә. Уны [[1930 йыл]]дың майында тамамлағандан һуң 65-се уҡсылар дивизияһына (Волга буйы хәрби округы) йүнәлтелә, унда 170-се уҡсылар полкы составында взвод командиры итеп тәғәйенләнә, ә [[1931 йыл]]дың октябренән 195-се уҡсылар полкында пулемет взводы һәм пулемет ротаһы командиры була.
 
[[1934 йыл]]дың мартында 70-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Рота командиры, 208-се уҡсылар полкы батальоны штабы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, ә [[1936 йыл]]дың авгусында дивизия штабына күсерелә, унда 4-се часть начальнигы, 1-чесе сатьчасть начальнигы ярҙамсыһы һәм 2-се часть начальнигы була.
 
[[1938 йыл]]да Александров [[Советтар Союзы Коммунистар партияһы|ВКП(б)]] сафына инә. Шул уҡ йылдың декабрендә 70-се дивизияның разведка батальоны командиры вазифаһына тәғәйенләнә, [[Совет-фин һуғышы (1939—1940)|совет-фин һуғышы]]нда Карел муйынындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. [[1940 йыл]]дың февраль башында дивизия һөжүмгә күсә һәм дошмандың оборонаһын өҙөп Выборг ҡултығына сыға, һуңынан [[Хельсинки]] — [[Выборг]] юлын өҙә. Был Выборгты алырға булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында майор Александров яралана, шулай уҡ [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]]на лайыҡ була.