Александров Сергей Николаевич (генерал-майор): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Александров Сергей Николаевич''' ([[15 сентябрь]] [[1906 йыл]]  — [[17 август]] [[1978 йыл]])  — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор ([[27 ноябрь]] [[1942 йыл]]).
 
== Биографияһы ==
Сергей Николаевич Александров 1906 йылдың 15 сентябрендә Ҡазанда тыуа.
 
[[1926 йыл]]<nowiki/>дың октябрендә [[Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы|РККА]] сафына саҡырыла һәм ТАССР Үҙәк Башҡарма комитеты исемендәге Татар-башҡорт берләштерелгән хәрби мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уны [[1930 йыл]]<nowiki/>дың майында тамамлағандан һуң 65-се уҡсылар дивизияһына (Волга буйы хәрби округы) йүнәлтелә, унда 170-се уҡсылар полкы составында взвод командиры итеп тәғәйенләнә, ә [[1931 йыл]]<nowiki/>дың октябренән 195-се уҡсылар полкында пулемет взводы һәм пулемет ротаһы командиры була.
 
[[1934 йыл]]<nowiki/>дың мартында 70-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Рота командиры, 208-се уҡсылар полкы батальоны штабы начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә, ә [[1936 йыл]]<nowiki/>дың авгусында дивизия штабына күсерелә, унда 4-се часть начальнигы, 1-че сать начальнигы ярҙамсыһы һәм 2-се часть начальнигы була.
 
[[1938 йыл]]<nowiki/>да Александров [[Советтар Союзы Коммунистар партияһы|ВКП(б)]] сафына инә. Шул уҡ йылдың декабрендә 70-се дивизияның разведка батальоны командиры вазифаһына тәғәйенләнә, [[Совет-фин һуғышы (1939—1940)|совет-фин һуғышы]]<nowiki/>нда Карел муйынындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша . [[1940 йыл]]<nowiki/>дың февраль башында дивизия һөжүмгә күсә һәм дошмандың оборонаһын өҙөп Выборг ҡултығына сыға, һуңынан [[Хельсинки]] — [[Выборг]] юлын өҙә. Был Выборгты алырға булышлыҡ итә. Хәрби хәрәкәттәр барышында майор Александров яралана, шулай уҡ [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]]<nowiki/>на лайыҡ була.
 
Октябрҙә 217-се уҡсы полк командиры вазифаһына тәғәйенләнә (104-мин уҡсылар дивизияһы, 42-уҡсылар корпусы).
 
=== Бөйөк Ватан һуғышы ===
Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында була. Полк [[Мурманск]]<nowiki/>иҙан көнбайыштараҡ оборона хәрби хәрәкәттәре алып бара.
 
[[1942 йыл]]<nowiki/>дың мартында Александров 104-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, майҙа  — 4-се саңғысылар бригадаһы командиры, ә августа  — Лоухи станцияһы районында оборона хәрби хәрәкәттәре алып барған 23-сө гвардия уҡсылар дивизияһы командиры. 1942 йылдың ноябрендә дивизия Төньяҡ-көнбайыш фронтҡа күсерелә һәм тиҙҙән Демянский һөжүм операцияһында ҡатнаша.
 
[[1943 йыл]]<nowiki/>дың мартында 245-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләнә, дивизия Селигер, [[Демянск]], [[Иҫке Русса]] күлдәре районында һәм Пустошка йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәр алып бара. [[1944 йыл]]<nowiki/>дың [[27 ғинуар]]<nowiki/>ынан Ленинград-Новгород операцияһы барышында һуғыштарҙа ҡатнаша, ә мартта  — [[Псков]] эргәһендә. был алышта Александров ҡаты яралана.
 
Һауығып сыҡҡандан һуң [[1944 йыл]]<nowiki/>дың майында Карел муйыны районында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 13-сө уҡсылар дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Выборгҡа һөжүм операцияһы барышында, дошман оборонанһын өҙөгәндән һуң, Александров етәкселек иткән дивизия выборгты урап үтә һәм дошмандың төньяҡ-көнсығышҡа сигенеү юлын бүлә, 100-ҙән ашыу ауылды азат итә. 1944 йылдың ноябрендә дивизия 59-сы армия составына индерелә һәм Висла-Одер операцияһы барышында Домбров-Гурне, Семянович һәм Сосновецты азат итә. бының өсөн дивизияға «Домбровская» почетлы исеме бирелә. Тиҙҙән дивизия Нижнесилезский, Верхнесилезский һәм Прага һөжүм операцияларында ҡатнаша.
 
=== Һуғыштан һуңғы карьераһы ===
[[1945 йыл]]<nowiki/>дың июлендә 13-сө уҡсылар дивизияһы тарҡатыла, генерал-майор Александров Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөнөң Хәрби советы ҡарамағына күсерелә. Шул уҡ йылдың октябрендә Ҡазан хәрби округының хәрби әҙерлек бүлеге штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә, [[1946 йыл]]<nowiki/>дың июлендә июлендә — 1-се Ҡыҙыл Байраҡлы Бобруйск уҡсылар бригадаһы командиры. Ә [[1947 йыл]]<nowiki/>дың июленән — 188-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары.
 
1947 йылдың сентябрендә [[М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия|М.  В.  Фрунзе исемендәге хәрби академияһы]] ҡарамағындағы уҡсылар дивизияһы командирҙарының белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрелә. Уны тамамланғандан һуң 1948 йылдың ноябрендә 117-се уҡсылар дивизияһы (14-се армия, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы) командиры вазифаһына тәғәйенләнә .
 
Генерал-майор Сергей Николаевич Александров [[1952 йыл]]<nowiki/>дың октябрендә биләгән вазифаһынан бушатыла һәм [[1953 йыл]]<nowiki/>дың ғинуарында запасҡа сығарыла.
 
[[1978 йыл]]<nowiki/>дың [[17 август|17 авгусында]] [[Ҡазан]]<nowiki/>да вафат була.
 
== Наградалары ==
 
* [[Ленин ордены]] (15.11.1950);
* Өс [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] (25.01.1942, 18.11.1944, 24.06.1948;
* 2-се дәрәжә [[Кутузов ордены]] (22.06.1944);
* 1-се дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены]] (11.04.1945);
* Ике [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]] (.01.1940, 02.11.1944);
* Миҙалдар.
Юл 44 ⟶ 43:
 
== Әҙәбиәт ==
Великая Отечественная. Комдивы  : военный биографический словарь  / [Д.  А.  Цапаев и др.  ; под общ. ред. В.  П.  Горемыкина]  ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М.  : Кучково поле, 2014. — Т.  III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов  — Зюванов). — С.  42—43. — 1102  с. — 1000 экз. — <nowiki>ISBN 978-5-9950-0382-3</nowiki>.
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында дивизия командирҙары]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында полк командирҙары]]