Ультрафиолет нурланыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
87 юл:
 
Ультрафиолет нурланыш [[мутация]]лар (ультрафиолет мутагенез) барлыҡҡа килеүенә килтерә. Мутацияларҙың барлыҡҡа килеүе, үҙ сиратында, тире яман шешенә, тире меланомаһына һәм уның ваҡытынан алда ҡартайыуына килтереүе мөмкин. Тире меланомаһы осраҡтарының 86 проценты ҡояштың ультрафиолет нурҙарына саманан тыш тәьҫир итеүҙән барлыҡҡа килә<ref>{{Cite news|title=Sun and UV facts and evidence|url=http://www.cancerresearchuk.org/about-cancer/causes-of-cancer/sun-uv-and-cancer/sun-facts-and-evidence#sun_facts0|work=Cancer Research UK|date=2015-03-24|accessdate=2018-04-21|language=en}}</ref>.
 
=== Күҙҙәргә тәьҫир итеүе ===
Урта тулҡын диапазонлы ультрафиолет нурланышы (280-315 нм) кеше күҙҙәренә һиҙелмәй тиерлек һәм башлыса мөгөҙсә эпителийы тарафынан йотола, ә көсөргәнешле нурланышта радиационное зарарланыуға — мөгөҙсә яныуына (электроофтальмия) килтерә. Был күҙҙәрҙән көслө йәш ағыуы, яҡтыға күҙ сағылыу, мөгөҙсә эпителийы шеше, блефароспазм менән сағыла. Күҙ туҡымаларының ультрафиолетҡа реакцияһы һөҙөмтәһендә тәрән ҡатламдар (мөгөҙсә стромаһы) зыян күрмәй, сөнки кеше организмы ультрафиолет нурланыштың күреү органдарына тәьҫирен рефлексив рәүештә юҡҡа сығара, йәғни эпителий ғына зыян күрә. Эпителий тергеҙелгәндән һуң күреү һәләте, күп осраҡта, тулыһынса тергеҙелә.
 
Күҙҙең селтәрле ҡабығына тиклем ҡыҫҡа тулҡынлы диапазонлы ультрафиолет (100-280 нм) үтеп инә ала. Ҡыҫҡа тулҡынлы ультрафиолет нурланыш ғәҙәттә башҡа диапазондарҙың ультрафиолет нурланышы менән оҙатылғанлыҡтан, тимәк күҙҙәргә көсөргәнешле тәьҫир иткәнлектән, мөгөҙсә яныуы (электроофтальмия) күпкә иртәрәк барлыҡҡа килә.
 
== Иҫкәрмәләр ==