Тырнаҡлы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
== 17-18-се быуаттағы башҡорт ихтилалдарында Тырнаҡлылар ==
17-18-се быуаттағы башҡорт ихтилалдарында Тырнаҡлылар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1739 йылдың мартында мишәр старшинаһы Йәнеш Абдуллин Өфө провинция канцелярияһына, Васҡын ауылында Асы Васҡин йортонда 100 самаһы башҡорт, шул иҫәптән күрше волостарҙың старшиналары йыйылыуын һәм халыҡ иҫәбен алыуға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә йыйыналар, тип белдерә. 1740 йылдың февралендә Тырнаҡлы волосының Иҫке Мөхәмәт ауылында, күҙаллауҙар буйынса старшина [[Йәрмөхәмәт Хажиев|Йәрмөхәмәт Хажимөхәмәтов]]тың йортонда башҡорт старшиналары: Әйле волосынан [[Әләнейәнғол Ҡотлоғужин|Әләнейәнғол]], Дыуандан — Миңлейәр Ҡарабаев улы менән, ҡаратаулынан — [[Исламғол Юлдашев]], ҡыуаҡандан — Сәйетҡол батыр һәм башҡалар [[Ҡараһаҡал]]ды хан итеп күтәрә.
«Тоғро» ғәскәр менән күрше Васҡын ауылына килгән Шайтан-Көҙәй старшинаһы [[Шығанай Борсаҡов|Шиғанай Бурһыҡаев]], ҡошсоларҙан — Күҙәш[[Ҡоҙаш Рахманғолов|Ҡоҙаш мулла Рахманғолов]], һарттарҙан — Размет Сираев Ҡараһаҡалды һәм 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусыларҙы ҡулға алырға тырыша. Баш күтәреүселәрҙең Ҡараһаҡал һәм Әләнейәнғол етәкселегендәге ҙур булмаған отряды, Әй йылғаһын аша сығып, «тоғро» башҡорттарҙы сигенергә мәжбүр итә. Ихтилалды баҫтырыу һөҙөмтәһендә тырнаҡлылар 184 кешеһен юғалта (мырҙалар — 247, дыуандар — 259).
 
[[1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы|Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы]] башланғас Ырымбур эргәһенән 1773 йылдың декабрендә полковник чинында ҡайтҡан Салауат Юлаев [[Васҡын]] ауылында нығытма лагеры төҙөй ([[Лағыр]] ауылы исеме шунан килеп сыҡҡан тигән фараз бар) һәм баш тәреүселәр армияһын туплай башлай.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тырнаҡлы» битенән алынған