Тырнаҡлы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
 
== 17-18-се быуаттағы башҡорт ихтилалдарында Тырнаҡлылар ==
17-18-се быуаттағы башҡорт ихтилалдарында Тырнаҡлылар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1739 йылдың мартында мишәр старшинаһы Йәнеш Абдуллин Өфө провинция канцелярияһына, Васҡын ауылында Асы Васҡин йортонда 100 самаһы башҡорт, шул иҫәптән күрше волостарҙың старшиналары йыйылыуын һәм халыҡ иҫәбен алыуға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә йыйыналар, тип белдерә. 1740 йылдың февралендә Тырнаҡлы волосының Иҫке Мөхәмәт ауылында, күҙаллауҙар буйынса старшина [[Йәрмөхәмәт Хажиев|Йәрмөхәмәт Хажимөхәмәтов]]тың йортонда башҡорт старшиналары: Әйле волосынан Аланжианғол[[Әләнейәнғол Ҡотлоғужин|Әләнейәнғол]], Дыуандан — Миңлейәр ҠапрабаевҠарабаев улы менән, ҡаратаулынан — [[Исламғол Юлдашев]], ҡыуаҡандан — Сәйетҡол батыр һәм башҡалар [[Ҡараһаҡал]]ды хан итеп күтәрә.
«Тоғро» ғәскәр менән күрше Васҡын ауылына килгән Шайтан-Көҙәй старшинаһы Шиғанаҡ[[Шығанай Борсаҡов|Шиғанай Бурһыҡаев]], ҡошсоларҙан — Күҙәш мулла Рахманғолов, һарттарҙан — Размет Сираев Ҡараһаҡалды һәм 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашыусыларҙы ҡулға алырға тырыша. Баш күтәреүселәрҙең Ҡараһаҡал һәм АланжиянғолӘләнейәнғол етәкселегендәге ҙур булмаған отряды, Әй йылғаһын аша сығып, «тоғро» башҡорттарҙы сигенергә мәжбүр итә. Ихтилалды баҫтырыу һөҙөмтәһендә тырнаҡлылар 184 кешеһен юғалта (мырҙалар — 247, дыуандар — 259).
 
[[1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы|Е. И. Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы]] башланғас Ырымбур эргәһенән 1773 йылдың декабрендә полковник чинында ҡайтҡан Салауат Юлаев [[Васҡын]] ауылында нығытма лагеры төҙөй ([[Лағыр]] ауылы исеме шунан килеп сыҡҡан тигән фараз бар) һәм баш тәреүселәр армияһын туплай башлай.
 
Тырнаҡлы волосы старшинаһы Яуын Сыуашев 184 йорттан 100 кеше бирә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 800 кешелек отряд туплана. 1774 йылдың ғинуарында [[Яуын Сыуашев]] улы менән бергә Красноуфимскка походта, Көнгөрҙө штурмлауҙа ҡатнаша. 11 ноябрҙә Юлай Аҙналин менән бергә И. Л. Тимашевҡа баш һалып килә, 1784 йылда старшина булып хеҙмәт итеүе билдәле.
 
== Y-ДНК ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тырнаҡлы» битенән алынған