Икмәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
143 юл:
Христианлыҡта икмәк Изге Коммюникела үҙәк роль уйнай, ул Евхаристия ваҡытында Христос тәне итеп тәҡдим ителә. [[Иудаизм]]да сөсө икмәк [[Пасха]]ла (Мысырҙан сығып китеүе байрамы) ҡулланыла. Христиан теологияһы буйынса, ике ғөрөф-ғәҙәт тә бер-береһе менән тығыҙ бәйле, сөнки нәҡ Йәһүд пасхаһын байрам иткәндә, Христос икмәк һындыра, шуның менән Евхаристия йолаһын башлап ебәрә.
 
Дағстандың Цунтин районыныда Шаитли ауылында ҡыш тамамланыу байрамын махсус ритуал икмәк Игби бешереп билдәләйҙәр<ref>[http://цкнр.рф/culture/didoyskiy-prazdnik-okonchaniya-zimy-igbi-selo-shaitli-tsuntinskogo-rayona-respubliki-dagestan/ Дидойский праздник окончания зимы Игби село Шаитли Цунтинского района Республики Дагестан]</ref>.
 
Урта Азия халыҡтары араһында икмәк һәм икмәк продукцияһы юғары баһаланған. Ҡунаҡ ашыҡһа һәм хужалары менән төшкө ашҡа бара алмаһа, икмәктән ауыҙ иттерелә. Сүплеккә йәки ергә икмәк ырғытыу көфөрлөк тип һанала. Табында икмәк булһа, ялған һөйләү ҙә ярамаған тип һанала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Икмәк» битенән алынған