Бөйөк Литва кенәзлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория, ҡалып
иллюстрация
32 юл:
 
Украин һәм белорус халыҡтары барлыҡҡа килгән һәм уҫә барған ерҙәр, шулай уҡ [[Смоленск]] менән бергә Көнбайыш Русь Бөйөк Литва кенәзлеге власы аҫтында тороп ҡалган. Көнбайыш Русь, Украина һәм Белоруссия ерҙәре Литва дәүләтенең уҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Бөйөк Литва кенәзлегендә урыҫ теле дәүләт теле һаналған, шулай уҡ закондарың да күп өлөшө Боронғо Рустағы закондар булған. Ләкин литва феодалдары урыҫ, белорус һәм украин ерҙәренең үҙ аллылығын бөтөрөргә тырышҡандар. Тора-бара был ерҙәрҙәге электән үк йәшәп килгән кенәзлектәр бөтөрөлгән, улар менән хәҙер Литва наместниктары идара итә башлаған. Бында католиктар православие сиркәүенә ҡарағанда өҫтөнлөк менән файҙаланған. Хатта украин һәм белорус феодалдары ла литва феодалдарына (шляхтаға) ҡараганда түбәнерәк кимәлдә булған. Юғары феодаль аҡһөйәктәрҙән совет — рада төҙөлгән, ул Бөйөк Литва кенәзенең власын сикләп торған. Шулай уҡ шляхта ваҡыт-ваҡыт съездарға — сеймдарға йыйылған.
[[Файл:Rus-1389.png|thumb|right|250px|XIV быуат аҙағында Бөйөк Литва кенәзлеге һәм уның күршеләре]]
 
XIV—XV быуаттарҙа Литвала эре феодаль ер биләүселек урынлашҡан, крепостнойлыҡ мөнәсәбәттәре уҫеш алган. Крәҫтиәндәр оброк түләргә тейеш булғандар һәм барщинала эшләгәндәр. Феодалдар үҙ крәҫтиәндәрен уҙҙәре хөкөм итеү хоҡуғына эйә булған. Вильнюс, Каунас, Тракай ҡалалары һөнәрселек менән сауҙаның эре үҙәктәренә әүерелгән. Литва сауҙагәрҙәре урыҫ ерҙәре менән һәр ваҡыт бәйләнештә булған.