Һулыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
147 юл:
- ҡурылдыйҙың шешеүе йәки күбеүе;
 
- шеш йәк абсцесс һөҙөмтәһендә обтурация (ябылыу) йәки компрессия (ҡыҫылыу).
 
== Һулыш алыу ағзаларының ауырыуҙары ==
 
=== Һауа аша ауырыу йоғоусы сирҙәр ===
Микроорганизмдар һәм саң өҫкҡ һулыш алыу юлдарының лайлалы шекәрәһендә тотолоп ҡала. Унан лайла менән бергә сығарып ташлана. Был ваҡытта микроорганизмдарҙың күбеһе йоғошһоҙландырыла.
 
Һулыш алыу ағзаларына үтеп ингән микроорганизмдар араһында төрлө сир тыуҙырыусылар бар: грипп , туберкулез, ангина, дифтерия һәм ҡайһы бер башҡа ауырыуҙар . '''Грипп.'''
 
Грипп (киҙеү) ауырыуын вирустар тыуҙыра. Улар үтә бәләкәй һәм күҙәнәкле төҙөлөшлө түгел. Грипп вирустары ауырыу кешеләрҙең танауынан бүленеп сыға торған лайлала, уларҙың ҡаҡырығында һәм шайығында була. Сирле кешеләр сөскөргәндә һәм йүткергәндә, үҙҙәрендә инфекция йәшереп ятыусы күҙгә күренмәй торған миллиондарса бик ваҡ тамсылар һауаға эләгә. Әгәр улар сәләмәт кешенең һулыш алыу ағзаларына үтеп инһә, уға грипп йоғоуы мөмкин. Шулай итеп, грипп — тамсылар аша таралыусы инфекция ул.
 
Грипп бик тиҙ тарала. Ш уға күрә грипп менән сирләүсе кешеләргә предприятиеларҙа, учреждениеларҙа эшләргә, уҡыу йорттарына занятиеларға йөрөргә рөхсәт ителмәй. Гриптан өҙлөгөү ҡурҡыныслы .
 
Грипп менән ауырыусы кешеләр менән аралашҡанда, ауыҙҙы һәм танауҙы дүрт ҡат марлянан тегелгән повязка менән ҡапларға тейеш. Уның аша һауа үтә, ә сир тыуҙырыусы микробтар булған ваҡ тамсылар тотҡарланып ҡала.
 
Әйләнә-тирәләге кешеләрҙе грипп йоҡтороуҙан һаҡлау өсөн йүткергәндә һәм сөскөргәндә ауыҙҙы һәм танауҙы ҡулъяулыҡ менән ҡапларға кәрәк.
 
== Һулыш алыу параметрҙарын өйрәнеү өсөн ҡулайламалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һулыш» битенән алынған