Һулыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
157 юл:
 
Спирометр —үпкәләрҙең тереклек һыйымын үлсәү ҡоролмаһы.
 
== Туҡыма ( күҙәнәк) һулышы ==
'''Туҡыма йәки күҙәнәк һулышы''' — тере организмдар күҙәнәктәрендә барлыҡҡа килгән биохимик реакциялар йыйылмаһы, уның барышында углеводтар, липидтар һәм аминокислоталар углекислый газға һәм һыуға окислана.
 
Бүленеп сыҡҡан энергия ''макроэргик'' берләшмәләрҙең химик бәйләнештәрендә (аденозин трипхосфор кислотаһы молекулаларында һәм башҡа макроэргтарҙа) һаҡлана һәм кәрәк булғанда организм тарафынан ҡулланыла ала. Катаболизм процестары төркөмөнә инә.
 
'''Күҙәнәк кимәлендә һулыш алыуҙың ике төп төрө ҡарала:''' аэроб (кислород окислаусы ҡатнашлығында) һәм анаэробик. Шуның менән бергә кислородты күп күҙәнәкле организмдар күҙәнәктәренә ташыу һәм уларҙан углекислый газ сығарыу физиологик процестар тышҡы һулыш алыу функцияһы булараҡ ҡарала.
 
'''''Аэроблы һулыш алыу'''''. Кребс циклында АТФ молекулаларының төп өлөшө күҙәнәк һулышының һуңғы стадияһында окисланыусы фосфорилизация ысулы менән: электрон транспорт сылбырында етештерелә. Бында гликолиз, β-окисланыу, Кребс циклы һәм башҡа процестарҙа ҡыҫҡартылған НАД∙Н һәм ФАДН<sub>2</sub>,окисланыуы күҙәтелә.
 
Был реакциялар ваҡытында митохондрияларҙың эске мембранаһында (прокариоттарҙа — цитоплазма мембранаһында) локалләштерелгән электрон ташыусылар сылбыры арҡаһында бүленеп сыҡҡан энергия трансмембрана протон потенциалына әүерелә. АТФ-синтазаһы ферменты был градиентты АТФ-ты синтезлау, уның энергияһын химик бәйләнештәр энергияһына әйләндереү өсөн ҡуллана. НАД∙Н молекулаһы был процесс барышында 2,5 АТП молекулаһын, ФАДН<sub>2</sub> — 1,5 молекула бирә ала. Аэробтарҙың һулыш алыу сылбырында электрондың һуңғы ҡабул итеүсеһе булып кислород тора.
 
'''''Анаэробик һулыш алыу''''' — O2 урынына электрондың һуңғы ҡабул итеүсеһе булараҡ һулыш электрон транспорты сылбырын( ЭТЦ) ҡулланып органик булмаған йәки органик тәбиғәттәге органик субстраттар йәки молекуляр водород окисланыуының биохимик процесы.
 
Аэроблы һулыш алыу осрағындағы кеүек үк, реакция ваҡытында бүленеп сыҡҡан ирекле энергия трансмембрана протон потенциалы рәүешендә һаҡлана һәм ATФ- синтазаһы тарафынан АТФ синтезы өсөн ҡулланыла.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һулыш» битенән алынған