Пачиси: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Пачиси" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

08:26, 14 ноябрь 2021 өлгөһө

Пачиси (һинд पचीसी; «пачис»тан — «егерме биш») — өҫтәл уйыны, 4000 йылдан ашыу элек Һиндостанда барлыҡҡа килгән. Уйын өҫтәле тәре рәүешендә күҙ алдына баҫа, уйынсылар фишкаларҙы күсерә. Фишкаларҙың нисә шаҡмаҡҡҡа күсеүен, биш, алты йәки ете каури ҡабырсаҡты ташлап билдәләнә[1] . Һиндостандың милли уйыны тип иҫәпләнә[2].

Тарихы

Уйын тураһында беренсе белешмә һәм пачиси уйыны ҡорамалары һинд сығынаҡтары һәм археологик ҡаҙыныуҙар буйынса беҙҙең эраға тиклем өс мең йыл элек табылған. Уйын өҫтәленең хәҙерге күренеше XVI быуаттан ғына билдәле. Шулай уҡ боронғораҡ пачиси уйын өҫтәленең формаһы башҡаса булған: улар йә ташҡа баҫылған уйын өҫтәле, йә туҡымаға төшөрөлгән һүрәт, беҙҙең эраға тиклем өс мең йыл элек билдәле[1].

Уйындың бер версияһы булып, шулай уҡ боронғо сығышлы чаупар уйыны тора[3][4].

Исеменең килеп сығышы

Уйындың исеме «пачис» һүҙенән (һинд телендә «егерме биш» аңлата) килеп сыҡҡан. Был һан — уйындың традицион вариантында бер ташлауҙа максималь мәрәйҙәр һанын эшләү мөмкинселеге[1]. Уйындың башҡа варианттарында мәрәйҙәр һаны күберәк булыуы мөмкин.

Уйын ҡағиҙәләре

Пачиси уйынында уйынсылар һаны ике, өс йәки дүрт кеше буылыуы мөмкин. Ғәҙәттә, дүрт кеше уйнағанда, уйынсылар ике командаға бүленә[5].

Ике кеше уйнағанда, һәр уйынсы, төҫтәре менән айырылған дүрт фишка ала. Уйын башында, фишкалар уйын майҙансығының үҙәк квадратына урынлаштырыла. Уйынсыларҙың бурысы — беренсе булып барлыҡ фишкалар менән бөтә яланды урап сығыу. Үҙенең сиратында уйынсы алты каури ҡабырсағын ташлай, мәрәйҙәр һаны, ҡабырсаҡтарҙың тишектәре менән өҫкә ҡарап ятыуҙары буйынса, билдәләнә. Уйынсы алты йә унан күберәк мәрәй эшләһә, ул өҫтәмә фишка ташларға хоҡуҡ ала.

Каури Мәрәй Өҫтәмә ташлау
0 25  Y
1 10  Y
2 2  N
3 3  N
4 4  N
5 5  N
6 6  Y

Бер тапҡыр ташлағандан һуң уйын өҫтәлендә булған бер фишканы күсерегә мөмкин. Өҫтәмә фишка алыу өсөн, 6 мәрәй ташларға кәрәк. Әгәр фишканың күсеүе башҡа уйынсының фишкаһы торған шаҡмаҡта туҡтаһа, сит фишка үҙәк квадратҡа ҡайтарыла, тик был квадраттың «замок» - шаҡмаҡ булмауы шарт. Майҙанды урау, үҙәк шаҡмаҡҡа ҡайтыу менән тамамлана, шул уҡ ваҡытта уйынсы теүәл мәрәй һаны ташларға тейеш.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Самолет шахматы

Иҫкәрмә

  1. 1,0 1,1 1,2 Brown, William Norman. India and Indology / Edited by Rosane Rocher. — Motilal Banarsidass, 1978.
  2. Finkel, Irving. Round and Round the Houses: The Game of Pachisi, who cites Falkener (1892, p 257) as the originator of the term. — in Mackenzie, Colin; Finkel, Irving, Asian Games: The Art of Contest, Asia Society. — С. 46—57. — ISBN 0-87848-099-4.
  3. Swiss Committee for UNICEF. Games of the World. — National Committees for UNICEF, 1982. — С. 28—29.
  4. The Rules of Pachisi. Masters Traditional Games. Дата обращения: 2 сентябрь 2013.
  5. Mohr, Merilyn Simonds. The New Games Treasury. — Houghton Mifflin Company (инг.)баш., 1997. — ISBN 1-57630-058-7.

Һылтанмалар