Һулыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл:
Кешенең һулышы тышҡы һулыш һәм туҡымаларҙа барған күҙәнәк (эске) һулышы процестарынан тора.Тышҡы һулыш алыу функцияһын һулыш алыу системаһы ла, ҡан әйләнеше системаһы ла тәьмин итә.
 
Танау ҡыуышлығынан атмосфера һауаһы тамаҡ өҫтөнэ, унан һуң ҡурылдай аша көпшә рәүешендәге боғарлаҡҡа (трахеяға) үтә. Артабан боғарлаҡтан уң һәм һул үпкәләргә инеүсе 2 бронхылар буйлап үпкәләрҙәге (бронхыларҙың һәр береһе ағас һымаҡ тармаҡлана һәм һауа үткәреү көпшәләренең диаметры аҡрынлап бәләкәйләнә бара; иң ваҡ бронхы көпшәләренең остары эсенә һауа тулған йоҡа көплө үпкә ҡыуыҡсалары шәлкеме менән тамамлана) алвеолаларға барып етә. Альвеолаларҙың бер ҡатлау эпителиаль күҙәнәктәрҙән төҙөлгән көбө ҡуйы капиллярҙар селтәре менән сырмалған
 
Һәр үпкәлә 300— 350 ммиллион тирәһе альвеола була, уларҙың дөйөм өҫкө йөҙө 100 квадрат метрҙан ашып китә. Был кәүҙәнең өҫкө йөҙөнән сама менән 50 тапҡырға ҙурыраҡ була.
 
Һулыш юлдарын үткәндә һауа механик өлөшсәләрҙән, микроорганизмдарҙан таҙартыла, йылына һәм дымлана.
 
Юл 59 ⟶ 62:
Һәр үпкә бүлкәһе төрлө баһалар буйынса 3-5-тән алып 5-50-100 ацинустан ғибәрәт.
 
Үпкәлә газдар алмашыныу һулыш алыу мускулдары ярҙамында, һулыш хәрәкәттәре аша башҡарыла. Альвеолаларҙа мембрана аша атмосфера һауаһы менән әйләнештәге ҡан араһында газ алмашыу үткәрелә.
 
=== Һулыш алыу хәрәкәттәре. ===
Һулыш алы у һәм һулап сығарыу бер-береһен ритмик алмаштырып, үпкәләр аша һауаның үтеүен, уларҙа һауа алмашыны уын тәьмин итәләр.
 
Һулыш алыу менән һулап сығарыуҙың алмашынып тороуы оҙонса мейелә урынлашҡан һулыш алыу үҙәге менән регуляция.
 
Һулыш алыу үҙәгендә ритмик рәүештә импульстар тыуып тора. Импульстар нервылар буйлап ҡабырғаара мускулдарға һәм диафрагмаларға тапшырыла һәм уларҙың ҡыҫҡарыуына килтерә. Мускулдарҙың ҡыҫҡарыуы иҫәбенә ҡабырғалар күтәрелә,, диафрагма яҫы тип әйтерлек булып китә. Һөҙөмтәлә күкрәк ҡыуышлығының күләме арта. Үпкәләр күкрәк ситлегенең хәрәкәте артынан эйәрәләр. Эсендә һауа баҫымы атмосфера һауаһы баҫымынан түбәнерәк булып китә һәм үпкәләр эсенә һауа ағымы йүнәлә. Был һулыш алыу була.
 
Унан һуң ҡабырға-ара мускулдар һәм диафрагма мускулдары йомшаралар, күкрәк ҡыуышлығының күләме бәләкәйләнә. Үпкәләр ҡыҫыла һәм эсендә һауа баҫымы атмосфераныҡынан юғарыраҡ була башлай һәм һауа тышҡа сығарыла. Был һулап сыгарыу була.
 
Сағыштырма тынлыҡ хәлендә оло кеше 1 минутта яҡынса 16 һулыш алыу хәрәкәте яһай. Насар елләтелгән бинала йәки көсөргәнешле эш башҡарғанда һулыш алыу хәрәкәттәренең йышлығы 2 тапҡырға һәм унан да күберәккә арта. Был һулыш алыу үҙәге нервы күҙәнәктәренең ҡандағы углекислый газға һиҙгерлеге һөҙөмтәһе булып тора. Ҡанда углекислый газ миҡдары күбәйһә, һулыш алыу үҙәгендә ярһыу көсәйә һәм нервы импульстары нервылар буйлап һулыш алыу мускулдарына тарала, һөҙөмтәлә һулыш алыу хәрәкәттәренең йышлығы һәм тәрәнлеге арта. Шулай итеп, һулыш алыу хәрәкәттәре нервылар ярҙамында һәм гумораль регулядиялана
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һулыш» битенән алынған