Һулыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
20 юл:
 
Тышҡы мөхит менән газ алмашыу ауыҙса еге, ҡабыҡ ауыҙсалары, ҡабаҡтағы ярыҡтар (ағастарҙа) аша башҡарыла.
 
== Кешенең һулыш алыуы ==
Өлкән кеше, тыныс ваҡытта, минутына уртаса 14 һулыш алыу хәрәкәтен башҡара. Шул уҡ ваҡытта һулыш алыу йышлығы һиҙелерлек тирбәлергә мөмкин (минутына 10-дан 18-гә тиклем). Балаларҙа һулыш алыу йышлығы минутына 20-30 тирәһен тәшкил итә. Сабыйҙарҙа — 30-40 тирәһе булһа, яңы тыуған сабыйҙарҙа — 40-60 араһында тирбәлә.  
 
Бер һулыш алғанда үпкәгә 400-500 мл һауа инә. Һауаның был күләме һулыш алыу күләме (''дыхательный объём'') тип атала. Шундай уҡ күләмдәге һауа һулыш ваҡытында үпкәнән атмосфераға сығарыла. Максималь тәрән һулыш яҡынса 2000 мл тирәһен тәшкил итә. Шулай уҡ, максималь һулап сығарған һауа ла яҡынса 2000 мл.
 
Максималь һулыш сығарғандан һуң үпкәлә яҡынса 1500 мл һауа һаҡлана. Был үпкәнең ҡалдыҡ күләме тип атала. Тыныс ҡына һулыш сығарғандан һуң үпкәлә яҡынса 3000 мл һауа ҡала. Был күләмдәге һауа үпкәнең функциональ ҡалдыҡ ҡеүәте (''функциональная остаточная ёмкость'') тип атала.
 
Альвеолар эсендә һауаның функциональ ҡалдыҡ ҡеүәте арҡаһында кислород менән углекислый газдың сағыштырмаса даими нисбәте һаҡлана. Сөнки үпкәнең функциональ ҡалдыҡ ҡеүәте һулыш алыу күләменә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк. Алвеолаларға һулыш алыу күләменең тик 2/3 өлөшө генә барып етә. Ул алвеоларҙы елләтеү күләме тип атала.
 
Өлкән кешенең (һулыш алыу күләме 0,5 литр һәм минутына 14 һулыш алыу хәрәкәте менән) үпкәһе аша минутына 7 литр һауа үтә. Физик көсөргәнеш хәлендә минутлыҡ тын алыу күләме минутына 120 литрға етергә мөмкин.
 
Тыныс һулыш алғанда һулыш алыу һәм һулыш сығарыу ваҡыттары нисбәте — 1:1,3
 
Тын алмайынса кеше ғәҙәттә 5-7 минутҡа тиклем йәшәй ала, шунан һуң аңын юғалта. Һөҙөмтәлә баш мейеһендә кире ҡайтмаҫлыҡ үҙгәрештәр үлемгә килтерә.
 
Һулыш — организмдың аң менән һәм рефлектор (аңһыҙ) идара ителә алған бик аҙ үҙсәнлектәренең береһе. Йыш һәм өҫтән-мөҫтән тын алғанда нервы үҙәктәренең ҡуҙғыуы көсәйә, ә тәрән һулыш алғанда киреһенсә, кәмей.
 
'''Һулыш алыу төрҙәре''': тәрән һәм өҫтән, йыш һәм һирәк, өҫкө, урта (күкрәк менән) һәм түбәнге (ҡорһаҡ менән).
 
Һулыш алыу хәрәкәттәренең айырым төрҙәренә тамаҡ сиҡылдау һәм көлөү инә .
 
== Һулыш алыу характеристикаһы ==
- Ритмика — һулыш алыу һәм сығарыуҙың билдәле бер интервал аша даими ҡабатланыуы.
 
- Йышлыҡ — минутына тын алыу һаны (ирҙәрҙә минутына 16-20, ҡатын-ҡыҙҙарҙа минутына 18-22).
 
- Тәрәнлек — һәр тын алыу хәрәкәтенә тура килгән һауа күләме.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һулыш» битенән алынған