Һулыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
13 юл:
 
Тышҡы мөхиттә тән туҡымаһының майҙаны ҙур булған осраҡта газдың күҙәнәктәргә шул туҡыма аша диффузияланып, һулыш алыныуы мөмкин (мәҫәлән,үҫемлектәрҙең япраҡтарында,ҡатмарлы тиреле хайуандарҙа). Тән туҡымаһы сағыштырмаса әҙ майҙанлы булғанда газ ҡан әйләнеше ([[умыртҡалылар]] һ.б.) йәки трахеялар ([[бөжәктәр]]ҙә) аша эшкәртелә.
 
== Үҫемлектәрҙең һулауы ==
Бөтә үҫемлектәр көндөҙ углекислый газ йота, кислород бүлеп сығара— был үҫемлектәрҙең һауа аша туҡланыу процесы, һәм ул фотосинтез тип атала. Фотосинтез яҡтыла һәм үҫемдектең йәшел күҙәнәктәрендә (хлоропластары булған) бара. Шул уҡ ваҡытта, үҫемлектәр һулай. Һулыш яҡтыла ла, төнгө йоҡо фазаһында ла бара. Фотосинтезға ҡапма-ҡаршы кире процесс булып тора: кислород һулыш ваҡытында йотола, углекислый газ бүленеп сыға. Шулай уҡ, үҫемлектең барлыҡ күҙәнәктәре лә һулай. Әммә фотосинтез һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан кислород микдары һулыш өсөн киткән кислородтан күп тапҡыр артығыраҡ.
 
Үҫемлектәрҙә һәм хайуандарҙа молекуляр кимәлдә һулыш процесының дөйөм принциптары оҡшаш. Әммә үҫемлектәр беркетелгән тормош алып барғанға күрә, уларҙың матдәләр алмашыныуы үҙгәреп торған тышҡы шарттарға даими яраҡлашырға тейеш. Шуға күрә уларҙың күҙәнәк һулышы ҡайһы бер үҙенсәлектәргә эйә (өҫтәмә окисланыу юлдары, альтернатив ферменттар).
 
Тышҡы мөхит менән газ алмашыу ауыҙса еге, ҡабыҡ ауыҙсалары, ҡабаҡтағы ярыҡтар (ағастарҙа) аша башҡарыла.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һулыш» битенән алынған