Гормондар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
104 юл:
 
Майлы иреүсән булғанлыҡтан, был гормондар күҙәнәк мембранаһына еңел үтеп инә һәм цитоплазмала йәки ядрола рецепторҙар менән тәьҫир итешә башлай. Улар һыуҙа эремәй тиерлек, шуға ҡан менән күскәндә махсус ташыусы аҡһымдар менән бәйле булалар..
 
Гормондарҙың был төркөмөндә гормон-рецептор комплексы күҙәнәк эсендәге ретранслятор ролен уйнай. Ул күҙәнәк эсендә барлыҡҡа килеп, күҙәнәк йәҙрәһендә урынлашҡан һәм ДНК-нан һәм аҡһымдан торған хроматин менән тәьҫир итешә башлай. Шуның менән ҡайһы бер гендарҙың эшен тиҙләтә йәки әкренәйтә. Билдәле бер генға һайланма йоғонто яһап, гормон тейешле РНК һәм аҡһым концентрацияһын үҙгәртә, шул уҡ ваҡытта метаболик процестарҙы ла төҙәтә.
 
Һәр гормондың тәьҫир итеүенең биологик һөҙөмтәһе бик үҙенсәлекле. Мәрәй- күҙәнәк гормондар ғәҙәттә аҡһымдарҙың һәм РНК-ның 1 проценттан кәмерәк өлөшөн үҙгәртһә лә, был тейешле физиологик эффект алыу өсөн етерлек.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гормондар» битенән алынған